RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Экстрасенстар 19 йәшлек ҡыҙҙың үлеменең сәбәптәрен асыҡлай

28.10.2019 Экстрасенстар 19 йәшлек ҡыҙҙың үлеменең сәбәптәрен асыҡлай

Бәләбәйҙә Шаяновтар ғаиләһенең 19 йәшлек ҡыҙҙары фажиғәле һәләк була. Ата-әсәһе был фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлау өсөн ТНТ телеканалына «Экстрасенстар алышы» тапшырыуына мөрәжәғәт итә.

Любаның 19-сы тыуған көнө фажиғәле тамамлана. Эҫе июнь айында ул дуҫтары менән урындағы быуаға барырға була һәм ата-әсәһенән машиналарын биреүен һорай. Әсәйҙәре биргеһе килмәһә, ҡыҙының һүҙенә ҡаршы тора алмайҙар. Кискә ҡарай Любаларҙың компанияһына 30 йәшлек ирҙәр ҡушыла. Һуңына шаһиттар иҫләүенсә, Любаға был компания оҡшап етмәй һәм ул дуҫтары менән ҡайтырға була. Юлда барғанда ҡыҙ алдындағы машинаны уҙып китмәксе итә, әммә шул ваҡытта уның алдына теге яңы компаниянан берәү машинаһы менән сыға. Улар бер-береһен ҡыуышып баралар. Любаның әсәһе әйтеүенсә, машина ҡыҙҙы алға үткәрмәгән. Юл сатына килеп еткәндә, икәүһенең дә тиҙлеге 100-ҙән ашыу була. Саҡ ҡына төкөшөүҙән ҡыҙҙың автомобиле бордюрға бәрелә, ике тапҡыр әйләнеп, ағасҡа барып төкөй. Юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булған Любаны ғәйепле итәләр.
«Ирем машинаға йүгереп барҙы, күҙҙәре тулы йәш. Бер ни өндәшә алмай, башын ғына һелкә – ҡыҙыбыҙ башҡа юҡ. Ҡыҙымдан башҡа ҡорбандар булманы. Бөтә көс уға ғына төшкән, – тип һөйләй тапшырыуҙа Любаның әсәһе. – Был фажиғәлә ғәйепле тағы бер кеше бар, әммә ул язаһын алманы».
Ҡыҙҙың әсәһе, ҡиәмәтлек әсәһе һәм һеңлеһе «Экстарсенстар алышы» тапшырыуына дөрөҫлөктө асыҡлар өсөн мөрәжәғәт итә. Алып барыусы экстрасенстарға ҡара конверт эсендә ҡыҙҙың фотоһын һәм һәләкәт ваҡытында ҡаны эләккән тәсбихте бирә. Шулар буйынса, ғәҙәттән тыш һәләткә эйә кешеләр, дүрт ай элек булған фажиғәне тасуирлап бирергә тырыша.
Ҡытайҙан килгән күрәҙәсе, Люба исемле ҡыҙҙың аварияға осрауын һәм бының «4» һаны менән бәйле булыуын күрә. Ул ҡыҙға машина йөрөтөүҙән тыйылырға кәрәк булғанлығын, үлем янында ғына йөрөүен әйтә. Әсәһе әйтеүенсә, ҡыҙ өс тапҡыр һәләкәткә осраған була, дүртенсеһе фажиғәле тамамлана.
Икенсе күрәҙәсе, ҡыҙ иҫерек ир арҡаһында һәләк булған, тип фекер йөрөтә һәм икенсе водителдең язаһын алырға тейешлегенә баҫым яһай.
Бөтә экстрасенстар ҙа тиерлек машиналарҙың бәрелешеүен, аварияла ҡатнашыусы икенсе водителде күрә. Берәүһе иһә ҡыҙҙы драйв, адреналин алға этәргән, тип фаразлай. Әсәһенә, ҡыҙының үлемендә икенсе машиналағы ирҙе ғәйепләмәҫкә, был ваҡиға хаҡында оноторға тырышырға кәңәш итәләр.




Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Башинформ.






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне