RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шахмат буйынса элекке донъя чемпионы ҡайҙа һәм нисек йәшәй?..

23.10.2019 Шахмат буйынса элекке донъя чемпионы ҡайҙа һәм нисек йәшәй?..

Элек, СССР заманында шахмат «король»дары Анатолий Карпов, Гарри Каспаров, Борис Спасский, Роберт Фишер һәм дә ҡатын-ҡыҙҙарҙан Майя Чибурданидзе кеүек донъяла ҙур уңыштарға ҡаҙанған спортсыларҙы белмәгән кеше булмағандыр.
Хәҙер инде улар яйлап онотолоп бөтөп баралар. Шуларҙың береһе хаҡында ине һүҙебеҙ.
Грузия шахматсыһы, билдәле Майя Чибурданидзе бәләкәйҙән шахмат уйнарға өйрәнеп, һигеҙ йәшендә атаһын еңә башлай. Ун йәше тулыуға Грузия уҡыусылары араһында чемпион исемен яулай. 12 йәшендә СССР йыйылма командаһына алынып, халыҡ-ара турнирҙа еңеүсе лә булып өлгөрә. 17 йәшендә СССР чемпионы титулына эйә була. 500-гә яҡын партия уҙғарып, барыһында ла еңеүсе булып таныла. Ул ваҡытта уның бер генә дәғүәсеһе була. Милләттәше – Нона Гаприндашвили. Һәм 1978 йылда йәш һәм тәжрибәле шахматсылар, донъя коронаһы өсөн үҙ-ара алыш башлай. Уға тикелм Нона 16 йыл буйы донъяла еңелмәҫ шахматсы булып һанала. Майя өлкән апаһын еңеп, донъя чемпионы титулын тартып ала. Һуңынан улар дуҫтар булып ҡала һәм Нона күп ваҡыт уға кәңәштәре менән ярҙам итә. Ә инде Чибурданидзе һуңынан тағы биш тапҡыр дәғүәселәрен алдырып, алты тапҡыр донъя чемпионы булыуына өлгәшә. 1991 йылда ғына Ҡытай спортсыһы Се Цзюнь донъя коронаһы өсөн Майяны еңеп, унан титулын тартып ала.
Спорттан һуң, ғаилә ҡороп ҡарай, әммә уңышһыҙ була. Балалары юҡ. Үҙе генә яңғыҙ Грузияның Кутаиси ҡалаһында йәшәп ята. Элекке яратҡан шөғөлө менән күптән уйнағаны юҡ. Ҡайһы саҡ ҡына ҡыҙыҡ өсөн һәүәҫкәр уйнаусылар менән шахматта аҡыл менән һынаша. .




Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне