RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡса етешмәгәнгә сүплектәрҙе юҡҡа сығарыу һүлпән бара

21.10.2019 Аҡса етешмәгәнгә сүплектәрҙе юҡҡа сығарыу һүлпән бара

Башҡортостанда йыл башынан 9 ай эсендә санкцияһыҙ сүплектәрҙең дөйөм һанынан ни бары 11,5 проценты юҡҡа сығарылған. Был һандар теле менән майҙаны 158 гектар тәшкил иткән 337 сүп ташлау урыны. Бының турала бөгөн БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә экология министры вазифаһын башҡарыусы Урал Искәндәров белдерҙе.

Эштең һүлпәнлеге - муниципалитеттарҙа аҡса етешмәү тип аңлатты ведомство етәксеһе. Туғыҙ районда эш бөтөнләй башланмаған. Иң күп сүп ташлау урыны Әбйәлилдә - бында улар 78.

Закондан тыш сүплектәрҙе бөтөрөү программаһы 2024 йылға тиклем ғәмәлдә ҡалғанға күрә, район-ҡалалар юл карталары алымы менән этаплы пландар төҙөй ала. Шулай итеп милли проекттың бурыстарын үтәргә мөмкин.

Артабан Урал Искәндәров яндырыу ҡоролмаһы менән сүплектәрҙе юҡҡа сығарыуҙы тәҡдим итте. Күсереп йөрөтөлмәле аппарат Свердловск өлкәһендә етештерелә. Уның хаҡы 1,5 мл һумдан (150 кг сүп-сарҙы эшкәртә) 35 млн һумға (2,3 мең кг) тиклем барып баҫа. Сүп-сар 1200 градус ялҡында яна, төтөн фильтрлана. Башҡортостан етәксеһе был вариантты Росприроднадзор менән тикшерергә ҡушты.

Республикала барлығы 2918 санкцияһыҙ сүплек бар. Уларҙың дөйөм майҙаны 2301 гектар, ҡыйың күләме 29 млн кубометр тәшкил итә. БР Экология министрлығы мәғлүмәте буйынса 1 кубик метр сүп-сарҙы эшкәртеү 850 һумға барып баҫа.




Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com
Источник: ИА "Башинформ"






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне