19.10.2019 Маргарита Васильева үҙен дә, команданы ла урынһыҙ ҡалдырҙы...
Халыҡ-ара биатлонсылар союзы Рәсәй биатлонсыһы Маргарита Васильеваның уҙған миҙгелдәге һөҙөмтәләрен рәсми рәүештә юҡ итте.
Белеүегеҙсә, Васильева уҙған миҙгелдә тәғәйен булған өс допинг-тесына бармай ҡағиҙәне боҙа һәм халыҡ-ара биатлон союзы исеменән 18 айға спорттан ситләтелә. Шул уңайҙан Рәсәй йыйылма командаһы көслөләр рәтендә урынын юғалтып, киләһе миҙгелдә ярышҡа сығасаҡ алты биатлонсы урынына биш кешене генә теркәй ала.
Комментарий өҫтәргә