RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Уҡсыларҙы һыуыҡ алмай!

19.10.2019 Уҡсыларҙы һыуыҡ алмай!

Әбйәлил районының үҙәге Асҡарҙа бөгөн яндан уҡ атыу буйынса беренсе асыҡ район турниры башланды.


Бейеш батыр иҫтәлегенә арналып, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы ойошторолған бәйгелә Әбйәлил, Ишембай, Бөрйән, Учалы, Өфө, Салауат, Белорет райондарының мәргәндәре көс һынашты.


Бөгөн, 19 октябрҙә, йәйәү ярышта ҡатын-ҡыҙҙар араһында Учалынан Динә Вәлиева 1-се урын яуланы!

Шулай уҡ Учалы районы Наурыз ауылынан Нилә Исламова 2-се урынға лайыҡ булды.

3-сө урынға Әбйәлил һылыуы Гүзәлиә Хәлилова сыҡты.

Ир-егеттәр араһында Бөрйән уҡсылары Дим Юлбирҙин менән Динис Юлбирҙин 1-се һәм 2-се урындарҙы бүлеште.

Белоретта йәшәүсе Әбйәлил егете Нуриман Хәйруллин 3-сө урынды алды.

Бәйге үҙе лә, бүләктәр ҙә елле булмаҡсы, сөнки бағыусылар ҙа, ярҙам ҡулы һуҙыусылар ҙа байтаҡ бит.

- Һәр кемгә рәхмәт, - тине баш судья Рөстәм Баһаув, - көн торошона ҡарамай, ярышҡа килгән уҡсыларға, район хакимиәтенең йәштәр эше буйынса бүлегенә (етәксеһе Шайморат Нәбиуллин), райондың мәҙәниәт бүлегенә (етәксеһе Ирек Мусин), Тал-Ҡусҡар ауылы фольклор ансамбленә (етәксеһе Сәүиә Дәүләтбаева), "Бейеш" йырын башҡарған Ласын Мәғәфүровҡа, фатиха биреүсе муллалар Әхмәт хәҙрәт Шәйәхмәтов менән Рәйес Дәүләтбаевҡа, "Ҡурай" клубына (апайлы-ҡустылы Юлиә һәм Азамат Атауллиндар), "Батыр" физкультура-һауыҡтырыу комплексына (Таһир Сәйфуллин), "Яҡтыгүл" санаторийына (Салауат Нафиҡов), "Агролайф" предприятиеһына (Вячеслав Олегович) ҙур рәхмәт. Бейеш батырҙың социаль герой икәнен халыҡ белһен! 10 йыл буйына халыҡ араһында йәшенеп йөрөп, байҙарҙы талап, байлыҡтарын халыҡҡа таратып йөрөгән башҡорт Робин Гуды ул. Юҡҡамы ни, "Уғры ла тиеп әйтмәгеҙ, Ирәндеккә ҡасҡан ирҙәрҙе" тип йырламағандар.

Иртәгә сара дауам итеп, бәйгеселәр һыбай килеш уҡ атыуҙа ярышасаҡ.



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Ш.Набиуллин.




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне