RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡариҙел районында 4 миллиард һумға төҙөлгән күпер асылды

18.10.2019 Ҡариҙел районында 4 миллиард һумға төҙөлгән күпер асылды

Ҡариҙел районында 4 миллиард һумға төҙөлгән күпер асылдыКисә, 17 октябрҙә, Ҡариҙел ауылын урап үтә торған юл участкаһында яңы күпер һәм 10 саҡрымлыҡ юл асылды. Улар Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы юлының бер өлөшө булып тора. Эштәр бында өс йыл буйына барҙы. Проекттың дөйөм хаҡы 4 миллиард һумға баһалана, аҡсаны республика бюджеты бүлде. Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы — «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте.

Рәсми тантана онлайн режимда уҙҙы, трансляция юл эшселәренең һөнәри байрамына һәм республика юл тармағының 95 йыллығына арналған тантаналы саралар барған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына алып барылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юл эшселәрен һәм күпер төҙөүселәрҙе ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы. «Хәрәкәтте асырға, хәйерле юл», — тине республика етәксеһе.

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин республика етәксеһенә һәм хөкүмәтенә ошо мөһим объект өсөн рәхмәт белдерҙе.

Был – төньяҡ-көнсығыштың иҡтисадын үҫтереүгә йүнәлтелгән ҙур төбәк проекттарының береһе. Төҙөлөш тамамланғас, Башҡортостандың ошо төбәгенең республиканың үҙәк райондары менән тоташыу, М5 һәм М7 федераль трассаларына, «Яңауыл» тимер юл станцияһына һәм Бөрө, Дүртөйлө йылға порттарына сығыу мөмкинлеге була.

Ҡариҙел ауылы аша урау юл һәм Ҡариҙел йылғаһының ике ярын тоташтырған күпер һалыу «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы исемлегендә ҙур объект булды.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"
Источник: ИА "Башинформ"




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне