08.10.2019 Юл фажиғәләре - 7 октябрь
7 октябрҙә республикала 16 автомобиль аварияһы теркәлгән. Бер кеше һәләк булған, ун ете кеше йәрәхәттәр алған.
Кисен Ейәнсура районында Магнитогорск-Ира автоюлының 280-се саҡрымында 26 йәшлек егет "Hyundai Solaris" машинаһында 53 йәшлек ирҙе төрттөргән. Ир авария булған ерҙә йән биргән. Водителдең һүҙе буйынса, ир юлға кинәт килеп сыҡҡан.
Был ваҡиға буйынса тикшереү бара.
Комментарий өҫтәргә