RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Лилиә Ғүмәрова "Минең ғаиләм" проектын тәҡдим итте

07.10.2019 Лилиә Ғүмәрова "Минең ғаиләм" проектын тәҡдим итте

РФ Федерация Советындағы сенаторыбыҙ Лилиә Ғүмәрова сентябрь аҙағында Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитетты етәкләй башланы. Бөгөн хөкүмәт "оперативкаһы"нда Радий Хәбиров уны тағы бер тапҡыр ҡотланы. Лилиә Салауат ҡыҙы "Минең ғаиләм" республика проекты менән сығыш яһаны.

Ул социаль етемлекте иҫкәртеүгә арнала. "Берҙәм Рәсәй" партияһы менән берлектәге проект был.

Беләһегеҙ, беҙҙә ата-әсәһе тере булып та етем булған балалар күп. Бөтә етемдәрҙең 76 проценты шундайҙар. Бәләгә башлыса эскелек ғәйепле.

Лилиә Салауат ҡыҙы белдереүенсә, 2018 йылдағы тикшеренеүҙәр тарҡалған ғаиләләрҙең һәр дүртенсеһендә сәбәп эскелек булыуын күрһәткән. Социаль приюттарға урынлаштырылыусы балалар араһында ла алкоголгә бәйлелек менән ауырыусы ғаиләләрҙең балалары күп.

Ошо проблеманы кәметеү, бөтөрөү ниәте менән илдәге һөҙөмтәле тәжрибәләр, башҡа субъекттарҙа ғәмәлгә ашырылған проекттар ҙа өйрәнелгән. Әстерхан өлкәһендәге проект беҙҙекен төҙөүгә нигеҙ итеп алынған. Унда проблемаға ҡаршы тороу өсөн айырым бюджет тупланмалары кәрәк түгел, ә дәүләт гарантиялары бирелә.

Проектты биш этапта ғәмәлгә ашырыу күҙаллана. Тәүгеһендә эскелек һаҙлығына батҡан ғаиләләрҙе асыҡлау, икенсеһендә һауығыуға мотивация биреү (табип-нарколог, ғаиләгә ярҙам хеҙмәте), өсөнсө этапта диагностикалау, дауалау ҡарала. Артабан - комплекслы рәүештә күҙәтеү, ғаиләгә ярҙам күрһәтеү этаптары.

Проектта нисә ғаиләнең ҡатнашыуы ла күҙаллана. 241-е быйылдан башлай, тип белдерҙе Лилиә Салауат ҡыҙы.
500 баланы социаль етемлектән ҡотҡарыуға өмөт бар.




Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне