05.10.2019 Антон Бурдасов СКА-ға барып юлыҡты
Рәсәй хоккейсыһы Антон Бурдасов үҙенә яраҡлы клуб эҙләй торғас, ниһайәт эшле булды.
28 йәшлек һөжүмсе СКА менән миҙгел аҙағына тиклем килешеү төҙөнө. Быға тиклем ул НХЛ-дың «Эдмонтон» командаһында тикшеренеү үткәйне. Тимәк, ярамаған.
Бурдасов Питер клубында бер заман уйнап, улар составында Гагарин кубогын да яулап өлгөрҙө. Шулай уҡ уҙған миҙгел «Салауат Юлаев» командаһында ла сығыш яһаны.
Комментарий өҫтәргә