04.10.2019 "Цезарь Фаритович" ...
Баш ҡалабыҙҙа милли стритфуд (урам аҙығы) кафеһы асылып, байтаҡ кеше ундағы менюға ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Дөрөҫөрәге ризыҡтарҙың исеме уларҙы шаҡ ҡатырҙы.
Аш-һыуҙың сифатына бер дәғүә булмаған хәлдә лә, "НатУрал батыр"ҙы, "Мясной Карим"де, "Сыровар Юлаевты" ашарға нисектер ҡыйыныраҡ булып торамы шул. Сөнки... эй, хәйер, быны аңлатыу ҙа артыҡ.
Ә һеҙ был турала ни уйлайһығыҙ, тип асыҡ һораулама үткәреүҙе талап итә әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙ.