RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Йөрәк һүҙе» һеҙҙе көтә

06.10.2019 «Йөрәк һүҙе» һеҙҙе көтә

Быйыл матур йолаға әйләнгән “Йөрәк һүҙе” проекты өсөнсө тапҡыр сәхнәгә сыға. 9 ноябрҙә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтәсәк шиғриәт байрамы республиканың бер быуатлыҡ тарихына, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға һәм Рәсәй буйынса иғлан ителгән Театр йылына арнала. Тәү сиратта шуны билдәләп үтергә кәрәк: “Йөрәк һүҙе” конкурсы яңыртылып, матур үҙгәрештәр менән тамашасы хөкөмөнә сыға.

– “Йөрәк һүҙе” – туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү маҡсатында уйлап сығарылған проект. 2017 йылда башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе киҫкен торғанда, һәр ваҡыт әйтер һүҙе тейешле ергә барып етһен өсөн халыҡ урамға сығырға тейешме икән, тигән һорау тыуҙы. Был хәлде аңлы рәүештә, йөрәк менән яйға һалыу юлдары уйланылды. Ошондай фекерҙәр һөҙөм­тәһендә яралды ул. Телебеҙгә булған һөйөүебеҙҙе, сафлығыбыҙҙы сәхнәгә алып сығайыҡ, – тине проекттың авторы һәм етәксеһе Найлә Сәфәрғолова.

Быйыл конкурс финалында 16 театр белемле шәхес ҡатнаша. Улар сәхнәлә парлашып түгел, берәмләп майҙан тотасаҡ. “Йөрәк һүҙе”нең беренсе туры Мостай Кәрим ижадына арналһа, артабанғы этапта бәйгеселәр үҙҙәре һайлаған шағирҙарҙың ижад емештәре менән сәхнәгә сыға. Уларға талап бер: шиғырҙар бөгөнгө башҡорт ерҙәренең, теленең, милләтенең проблемаларын күтәрергә һәм башҡарыусының йөрәк төпкөлөнән сығырға тейеш.

Быға тиклем республикала йырсылар, ҡурайсылар, көрәшселәр бәйгеләре генә ҙурланып, еңеүселәргә бүләккә еңел автомобилдәр тапшырылһа, Найлә Ғабдулхай ҡыҙының тырышлығы менән шағирҙар һәм һүҙ оҫталарының да баһаһы артты. Быйыл 1-се урын яулаусы 500 мең һум аҡса менән бүләкләнә. 2-се урынға 300 мең һум ҡаралған. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина 3-сө урын яулаусыға үҙе тәғәйенләгән премия аҡсаһын – 100 мең һумды тапшырасаҡ. Ошондай уҡ сумма тамашасылар һөйөүен яулаусы бәйгесегә лә эләгәсәк. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты бирә. Иң яҡшы шиғыр авторына Инйәр ҡасабаһында йәшәүсе эшҡыуар Миңлехан Ғәйнетдинов былтыр уҡ 50 мең һумлыҡ сертификат тапшырғайны, быйыл да ул был матур йоланы дауам итәсәк. Шулай уҡ “Йөрәк һүҙе” тамашаһында тәүге тапҡыр СССР-ҙың халыҡ артисы Зәйтүнә Бикбулатова исемендәге премия ла үҙ эйәһен табасаҡ. Тағы ла конкурс барышында өр-яңы ике проекттың исем туйы ла уҙасаҡ.

Бәйгеселәрҙең сығышын билдәле шәхестәрҙән торған жюри ағзалары баһалаясаҡ. Уларҙың исемдәре әлегә сер булып ҡала. Шиғриәт байрамына быйыл да Татарстан, Сыуаш республикаларынан мәртәбәле ҡунаҡтар килеүе көтөлә.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА.




Автор: Г. Ҡыуатова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне