RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һаҡ булығыҙ: сектанттар һеҙҙе ылыҡтырмаҡсы

29.09.2019 Һаҡ булығыҙ: сектанттар һеҙҙе ылыҡтырмаҡсы

Рәсәйҙә, үкенескә күрә, тыйылған ойошмалар, секталар, теләһә ниндәй йүнәлеш-хәрәкәттәр етерлек. Тыйыуға ҡарамаҫтан һаман эшмәкәрлек алып баралар, кешене зыянлы ауға, ҡармаҡҡа эләктерәләр, һаҙлыҡҡа батыралар.

Ошо көндәрҙә Өфөлә "Иегова шаһиттары" сектаһы ағзаларын хөкөм итеү бара. Был ойошма ла беҙҙең илдә тыйылған, ул, экстремистик, тип табылған. Тик бер ҙә бөтөүгә табан бармаған һымаҡ - кеше үҙенең дини яҡтан наҙанлығы арҡаһында уларға эләгеп тора.

Вербовка схемаһы ябай: кешегә сектаның (әлбиттә, үҙҙәрен сектант тимәйҙәр) ғәләмәт "шәп" яҡтарын һанап сығалар, әҙәбиәт тараталар, ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләйҙәр.

Шунда уҡ иҫкәртәләр: балаларға бер ниндәй ҙә прививка яһатмаҫҡа!

Бынан тыш, ойошма ағзалары армияға барырға тейеш түгел, һайлауҙа ла ҡатнашмаҫҡа, ҡан ебәреү (переливание) кеүек медицина процедураһынан да баш тартырға.

Секта кешеләрҙән иғәнә йыя.

Мәҫәлән, беҙҙең ВГТРК каналынан күрһәтеүҙәренсә, Дим биҫтәһендә сектаның бер ячейкаһын ойоштороусы Анатолий Вилиткевичтың фатирында тыйылған әҙәбиәт, взностар тураһында отчет, яңы ағзалар алыу, Рәсәй граждандары хаҡында АҠШ-ҡа ебәрелгән хәбәрҙәр табылған.

Ә икенсе бер сектантты, И. Ғарифуллинды "Сексуаль характерҙағы көсләү" статьяһы буйынса ла хөкөм иттеләр. Ул 6 һәм 4 йәшлек ҡыҙ балаларҙы көсләүҙә ғәйепләнә. Енәйәтен 13 йылдан һуң асҡандар. Сектаның "аҡһаҡалдары" ошо йылдар дауамында балаларҙың ата-әсәләренә көсләү тураһында полицияға әйтмәҫкә ҡушҡан. Йәнәһе, ир менән үҙҙәре һөйләшәсәк.
Әҙәм аҡтығына 10 йыл ғына төрмә аҙҙыр, минеңсә.

Сектаға эләгеү еңел булһа ла, белгестәр әйтеүенсә, унан сығыу бик ҡыйын. Әгәр ғаиләнән берәү эләгә икән, артынса башҡаларҙы ла ылыҡтырасаҡ, сектанттар күмәкләп баҫым яһаясаҡ.

Тәүбә, тәүбә! Зинһар, һаҡ булығыҙ!




Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне