RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙҙең гәзит-журналдар иң яҡшыһы!

25.09.2019 Беҙҙең гәзит-журналдар иң яҡшыһы!

24 сентябрҙә Сочи ҡалаһының "Жемчужина" гранд отелендә "Рәсәйҙең иң яҡшы биш этник баҫмаһы - 2019" конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Шуныһы ҡыуаныслы - унда Башҡортостан гәзит-журналдары ла бар!

Билдәле булыуынса, әле унда "Бөтә Рәсәй - 2019" журналистар форумы бара, беҙҙән унда ҙур делегация ҡатнаша. Дүшәмбе сараһын Рәсәй Киң мәғлүмәт саралары ассоциацияһы рәйесе, Саха (Якутия) Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ил Тумэн депутаты Мария Христофорова асты. Аҙаҡтан һүҙ РФ Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьевҡа бирелде:

- Быйыл 270 гәзит дәүләттән 500 млн һумдан ашыу суммаға дотациялар алыуға өлгәшеүен ҙур еңеү тип һанайым. Был баҫмаларҙың күбеһе милли телдәрҙә нәшер ителә һәм беҙгә Рәсәй милли матбуғатын һаҡлау кәрәк. Төбәктәрҙә телдәрҙе һаҡлауға төрлөсә ҡараш бар, беҙ, үҙ сиратта, тел һаҡлауҙы таратырға тейешбеҙ, - тине ул. Артабан Владимир Геннадьевич телдәрҙе һаҡлаған төбәктәрҙе - Башҡортостан, Татарстан, Яҡутия, Дағстанды айырып әйтеп үтте. БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов конкурста ҡатнашыусы 16 төбәкте тәбрикләне һәм Башҡортостанда милли матбуғатҡа һәр төрлө ярҙам булыуын билдәләне.

"Иң яҡшы район гәзите" номинацияһында Яҡутия гәзите "Улэ куухэ", "Иң яҡшы гәзит" тип "Удмуртский мир" танылдылар. "Иң яҡшы журнал" номинацияһында - "Башҡортостан ҡыҙы" (баш мөхәррире - Гөлназ Ҡотоева) булды. Иң яҡшы балалар баҫмаһы - "Һабантуй" (Татарстан) журналы, "Иң яҡшы әҙәби-сәсмәүер баҫма" - "Кипиня" журналы (Карелия) тип билдәләнде.

Конкурстың икенсе дәрәжәле дипломдары менән "Башҡортостан" гәзите һәм "Аманат" журналы тәбрикләнде.

Тантана аҙағында Мария Христофорова Рәсәйҙең этник баҫмалары конкурсын үткәрешеүҙә ярҙам иткәне өсөн бәйгелә ҡатнашыусылар исеменән Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтен белдерҙе. Был ярышты киләһе йылда Удмурт Республикаһы ойошторасаҡ.

Борис Мелкоедов Удмурт Республикаһы вәкиле, "Удмуртия" ТРК-һы директоры Марина Городиловаға "Рәсәйҙең иң яҡшы биш этник баҫмаһы - 2020" күсмә кубогын тапшырҙы.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла кубоктар, сертификаттар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.




Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com
Источник: rbsmi.ru






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне