RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡарағайҙың шифаһы нимәлә?

17.09.2019 Ҡарағайҙың шифаһы нимәлә?

Ҡарағай бөрөһөндә ыҫмала, С, В12,К,Р витаминдары, рутин, эфир майы, минераль тоҙҙар, микроэлементтар күп. Орлоғонда ашарға яраҡлы май бар. Уның ылыҫынан витаминлы төнәтмәләр әҙерләргә мөмкин. Әммә ҡарағайҙан әҙерләнгән препараттарҙы күп миҡдарҙа ҡулланыу хәүефле һәм ашҡаҙандың елһенеүенә, баш ауыртыуына килтереүе ихтимал.


Ҡарағай сей яра, бронхит, пневмония, үт һәм бөйөр ауырыуҙарынан, ревматизмдан файҙалы. Уның препараттарын ингаляцияла файҙаланалар, шулай уҡ ауыртыуҙы баҫыу, ҡанды таҙартыу өсөн һәм инфекцияға ҡаршы сара булараҡ ҡулланалар. Ул бик яҡшы антисептик һанала.
Витаминлы төнәтмә әҙерләү өсөн ҡышҡыһын ҡарағайҙың нәҙек кенә ботаҡтарының ылыҫтарын йыйырға кәрәк. Йыйғандан һуң ул өс ай дауамында үҙенең файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлай.


Ҡарағай бөрөһөн иртә яҙҙа, бөрөгә тулыша башлағанда ғына йыйырға кәңәш ителә. Сайыры ла яҙ көнө әҙерләнә.


Тын юлдары ауырыуҙарынан, цистит һәм бөйөр сирҙәренән ҡарағай бөрөһөнән әҙерләнгән төнәтмә файҙалы. Бының өсөн 10 г бөрөгә бер стакан һыу ҡойоп, 30 минут ҡайнаталар. Һуңынан һөҙөп алғандан һуң, тәүге кимәлгә еткәнсе ҡайнаған һыу өҫтәйҙәр. Был төнәтмәне көнөнә 3 – 4 тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә кәрәк.


Һалҡын тейеп ауырығанда, тамаҡ ауыртҡанда ҡарағай бөрөһөнә бал ҡушып төнәтмә әҙерләйҙәр. Бының өсөн 100 г бөрөгә 2,5 литр һыу ҡойоп, һыуы 0,5 литрға тиклем кәмегәнсе ҡайнатырға. Һөҙөп алғандан һуң 250 г шәкәр ҡушырға, һыуынғандан һуң 250 г бал өҫтәргә кәрәк. Дарыуҙы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда өсәр ҡалаҡ эсергә.


Организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарыу өсөн 500 мл һыуға биш ҡалаҡ ваҡланған ҡарағай ылыҫы алына. Шуны талғын утта 10 минут ҡайнатып, 8-10 сәғәт йылыла төнәтергә. Килеп сыҡҡан төнәтмәне һөҙөп алғас, көн дауамында әҙ-әҙләп эсергә.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне