13.09.2019 Маринадланған сөгөлдөр
Маринад өсөн 1 л һыу, 1 стакан аш һеркәһе, 1 аш ҡалағы шәкәр, 0,5 балғалаҡ тоҙ, лавр япрағы алына.
Бешкән сөгөлдөрҙә шаҡмаҡлап турап, стерилләнгән банкаларға тултырырға. Маринадты ҡайнатып алғас, һыуытып, сөгөлдөрҙөң өҫтөнә ҡойоп ябырға. Был сөгөлдөрҙө һуңынан винегрет эшләгәндә файҙаланырға була, шулай уҡ ашҡа ла, башҡа салаттарға ла ҡушырға мөмкин.
Комментарий өҫтәргә