RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Крематорий ҡайҙа буласаҡ?

02.09.2019 Крематорий ҡайҙа буласаҡ?


Башҡортостанда крематорий төҙөү хаҡында күптән һүҙ алып барыла. Әммә һәр ваҡыт халыҡ быға ҡырҡа ҡаршы сыға. 2012 йылда баш ҡаланың көньяҡ-көнсығыш яғында төҙөләсәк тигән һүҙ булды, 2015 йылда яңы урын - Курасково ҡасабаһы билдәләнде, 2017 йылда Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә төҙөргә тип, документтар әҙерләй башланылар. Әммә әлегәсә уларҙың береһе лә тормош ашырылманы. Ә Өфө зыяраттарында яңы ҡәберҙәр өсөн урын етмәй.
28 август көнө Иглин районы Урман ҡасабаһының клубында халыҡ тағы шул мәсьәлә буйынса гөж килде. Урындағы халыҡ ауыл биләмәһе янында крематорий барлыҡҡа килеү ихтималлығы тураһында бәхәс ҡорҙо. Йыйылышта район хакимиәте башлығы Николай Самойленко ла ҡатнашты.
– Әле ниндәйҙер төҙөлөш тураһында һүҙ алып барырға иртәрәк, иң тәүҙә инвесторҙарҙы йәлеп итеү өсөн ерҙе әҙерләргә кәрәк. Ә ауыл хужалығы ерҙәрен сәнәғәт биләмәләренә күсереү өсөн ике-өс йыл талап ителәсәк, – тип аңлаттты ул.
Бер үк фекереә килә алмай таралышты ауылдаштар. Берәүҙәр буш ятҡан ерҙәрҙе башҡа маҡсатҡа файҙаланырға (шифахана төҙөргә) тәҡдим итте, икенселәр ауылдан 1,5 км алыҫлыҡтағы ерҙәрҙе сәнәғәт биләмәләренә күсереүҙән әллә ни зыян булмаясаҡ тигән фекергә килде. Өсөнсөләр иһә өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Нисек кенә булмаһын, әммә нимәлер хәл итергә кәрәклеген һәр кем яҡшы аңлай ине. Уныһы 8 сентябрҙән һуң асыҡланасаҡ.




Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне