02.09.2019 Сараһыҙҙан приютта...
Дүртөйлөләге фажиғә тураһында ишеттегеҙ инде. Әсә тип аталған кеше 1 йәшлек балаһын үлтереп, ҡулға алынды. Хәҙер ул ҡатындың 5 йәшлек ҡыҙының яҙмышы хәл ителергә тейеш.
31 августа ҡыҙыҡайҙы социаль приютҡа алып киткәндәр.
Камилланы, бәлки, туғандары килеп алыр. Приют етәкселеге белдереүенсә, уларҙы эҙләйҙәр. Ҡыҙыҡай аралашыусан, һаулығы яҡшы.