RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йортоғоҙға яҡшы хәбәрҙәр генә килеп торһон

05.08.2019 Йортоғоҙға яҡшы хәбәрҙәр генә килеп торһон

Көндөң мөһим һәм ҡыҙыҡлы хәбәрҙәре “Юлдаш” радиоһының яңылыҡтар сығарылышында сәғәт һайын яңғырай. Хәбәрселәребеҙ республика тормошондағы ваҡиғаларҙы күҙәтә һәм оператив рәүештә эфирға бирә.

Бөгөнгө технологиялар алыҫ аранан да, сит илдәрҙән дә хә­бәр ебәреү мөмкинлеге бирә. Мә­ҫәлән, танылған шашка оҫ­таһы Тамара Танһыҡҡужина Африкала үткән ярыштарҙан даими хәбәр ебәреп торҙо. “Сәләмәт быуын” акцияһында ҡатна­шыусылар Ләй­сән Николаева ярҙамында беҙҙең менән даими бәйләнештә булды. Тыңлау­сыларыбыҙ уларҙың Алтай крайына тиклем булған авто­сә­йәхәте менән көн дә тиерлек таныша алды. “Мәргән уҡсы” хәрә­кәте лидеры Юлай Ғә­лиуллин ҡайҙа ғына булһа ла – беҙҙең менән элемтәлә. Бөгөн тыңлаусы өсөн яңылыҡ еткереү генә аҙ. Шуға ла беҙ сығарылыштарҙы белгестәрҙән алын­ған аңлат­малар менән тулылан­ды­рабыҙ.

Ведомство, ойошма һәм пред­приятиеларҙың матбуғат хеҙ­мәттәре лә “Юлдаш” менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Беҙ­ҙең радио менән хеҙ­мәттәшлек иткән штаттан тыш хәбәр­селәр ҙә байтаҡ. Улар: Благоварҙан Нурлан Ғәниев, Хәйбулланан Сәлимә Байгилдина, Белореттан Эльза Мө­хәмәҙиева, Илеш­тән Альбина Ғаб­дуллина, Яңауыл­дан Лидия Ғәлимова, Әбйәлилдән Зөлфирә Ҡара­ғужина һәм Зөлфиә Заһитова.

Тыңлаусыларыбыҙ үҙҙәрен хәбәрсе булараҡ һынап ҡарай ала. Ауыл-ҡалағыҙҙағы яңы­лыҡтарҙы еткерегеҙ. Хәбәрегеҙ “Юлдаш” радиоһының яңы­лыҡтар сығары­лышында уҡылыр йәки тауы­шығыҙ­ҙы яңғыра­тыр­быҙ. “Юл­даш” радиоһы “халыҡ хәбәр­селәре”нең күп булыуын хуплай. Яңылыҡ ишетһәгеҙ, тиҙ арала беҙгә хәбәр итегеҙ. Телефоныбыҙ: 8 (347) 246-58-45. “Бәйләнештә” социаль төр­көмөндә “Халыҡ хә­бәрсеһе: ваҡиғалар, яңы­лыҡтар, хәбәр­ҙәр” тигән бүлек асҡан­быҙ. Унда ла мәғлүмәт ҡалдырырға мөмкин.

bash.news.ru “Юлдаш” радиоһы яңы­лыҡтарын рәсми сайтта ла даими яңыртылған таҫмала уҡый алаһығыҙ.

Йортоғоҙға яҡшы хәбәрҙәр генә килеп торһон! Бергә булайыҡ!



Автор: З. Арсаева
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне