RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Уҡ-һаҙаҡ ал һәм һунарға бар

25.07.2019 Уҡ-һаҙаҡ ал һәм һунарға бар

Тиҙҙән Башҡортостанда йәшәүселәр бар Рәсәй халҡы кеүек һунарҙа уҡ-һаҙаҡ һәм арбалетты алыҫҡа ырғытыусы һалҡын ҡорал йәһәтендә ҡуллана аласаҡ. Бының турала законды Дәүләт Думаһы ҡабул итте.

Закон авторҙы — депутаттар төркөмө белдереүенсә, уҡ-һаҙаҡ менән һунар итеү егерменән ашыу илдә рөхсәт ителгән. Рәсәйҙә иһә йөҙәрләгән мең граждан бындай ҡорал төрөнә эйә, тик улар уны спортта ғына ҡуллана ала. Парламентарийҙарҙың фекере буйынса уҡ-һаҙаҡты һунар ҡоралы итеп легалләштереү илдәге һунар индустрияһына үҫешенә һәм Рәсәйҙең һунарсылар державаһы итеп танылыуына килтерәсәк

Граждандар бындай ҡоралды биш дананан артыҡ лицензияһыҙ һатып ала ала. Уны Рәсәй Милли гвардияһында теркәргә кәрәк буласаҡ. Ҡорал алыусының һунар билеты һәм һунар ҡоралын һаҡлау һәм йөрөтөүгә рөхсәт булыу шарт.

Законда уҡ-һаҙаҡҡа «составында көсөргәнеш хәлендә нығытыу механизмдары булмаған алыҫҡа ырғытыусы атыу ҡоралы» тигән аңлатма индерелгән. Шулай уҡ уның дуға көсө 27 килограмм-көс дәүмәленән артырға тейеш. Документта арбалет тураһында ла тасуирлана – уның көсө 43 кгс-тан артырға тейеш. Һунар итеү яйланмаһына «алыҫҡа ырғытыусы һунар уҡсы ҡоралы һәм уның алыҫҡа ырғытылған старядтары» ла итә.
Уҡ-һаҙаҡты һәм арбалетты үҙ-үҙеңде яҡлау маҡсатында алып йөрөү тыйыласаҡ. Закон рәсми рәүештә баҫылғандан алып 180 көндән үҙ көсөнә инәсәк.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне