RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостанда тахографтар тураһында закон ҡабул ителде

24.07.2019 Башҡортостанда тахографтар тураһында закон ҡабул ителде

Республиканың Дәүләт Йыйылышы «тахограф» төшөнсәһен нығытыу тураһында закон ҡабул итте. Документ шулай уҡ йөк һәм пассажир ташыу менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм юридик шәхестәрҙең транспорт сараларына тахографтар ҡуйыуҙың мотлаҡ талаптарын тасуирлай. Республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, закон юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

«Тәү сиратта был норма пассажирҙар ташыу өлкәһендә актуаль. Ни өсөн тигәндә водителдең эш талаптарын саҡ ҡына боҙоуы ла күп кеше ҡорбандарына килтереүе мөмкин. Архангель районында Татарстан туристарының фажиғәгә осрауы барыбыҙҙың да хәтерендә», — тип үҙ фекерен белдерҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Тахограф бер туҡтауһыҙ транспорт сараһының тиҙлеген һәм маршрутын теркәй. Ул водителдең ҡасан туҡтауы һәм ял итеүе тураһында ла яҙа. Бар мәғлүмәт ныҡлап һаҡлана, уны төҙәтеп булмай.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров законға ҡул ҡуйған һәм документ рәсми рәүештә баҫылған. «Тахограф» төшөнсәһенә бәйләнгән положениелар быйыл 1 ноябрҙән үҙ көсөнә инәсәк. Законда яҙылғанса транспорт сараларының юл хәрәкәтендә ҡатнашыуына рөхсәт биреү тәртибе нормалары 4 августан эшләй башлаясаҡ.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне