RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Иғтибар! Урал аръяғында бишенсе класлы янғын хәүефе көтөлә

17.07.2019 Иғтибар! Урал аръяғында бишенсе класлы янғын хәүефе көтөлә

Синоптиктар алдағы ике көндә республиканың көньяө-көнсығышында бишенсе класлы, ғәҙәттән тыш янғын хәүефен күҙаллай.

Ҡотҡарыусылар белдереүенсә, дүртенсе кимәл мәлендә урман янғындары бәләкәй уттан ҙур майҙанға тиҙ тарала һәм өҫтәп төрлө урында тоҡана. Ә бына бишенсе класс хәүефтә ялҡын барлыҡ асыҡ ут сығанаҡтарынан күсә һәм тиҙ күсеүсән оло янғын барлыҡҡа килә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан кәңәштәр:


Һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөктәрен, быҫҡып янған сепрәктәрҙе ташламағыҙ.

Ҡуйы ағаслыҡ, йәш шыршы-ҡарағай араһында, ботаҡтары тәпәш төшкән ағас төбөндә, ағас, торф һаҡланған урындар янында, бешкән иген баҫыуҙары буйынса усаҡ яҡмағыҙ.

Усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Ел мәлендә һаҡ булығыҙ.

Туҡталыш урынында яғылған усаҡты һүндерергә онотмағыҙ.

Урманда майлы, бензинлы, кәрәсинле сепрәк ташламағыҙ.

Машинаның мотор эшләгәндә бакка яғыулыҡ ҡоймағыҙ.

Ҡояш яҡтыртҡан аҡланда шешә ташламағыҙ, уларҙы ватмағыҙ. Бындай быяла ҡояш нурҙарын фокусҡа йыйып ут сығара ала.

Урман аҡландарында, баҡсаларҙа, баҫыуҙарҙа, ағас төптәрендә үлән яндырмағыҙ.

Дачалар янында усаҡ ҡабыҙмағыҙ.

Янғын сыҡҡанда берҙәм 112 хеҙмәтенә шылтыратығыҙ.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне