RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында эшләүсе башҡорт ҡыҙының Ҡоролтайҙа әйткәне

05.07.2019 Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында эшләүсе башҡорт ҡыҙының Ҡоролтайҙа әйткәне

Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес Швейцарияның Женева ҡалаһында йәшәй. БМО-ның (ООН) Сауҙа һәм үҫеш агентлығында эшләй. Ул - Бишенсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты. Айһылыу Сәфәрғәли ҡыҙының йыйындың "Төбәктәрҙәге башҡорттар" секцияһындағы сығышы һәм тәҡдимдәре бик ҡыҙыҡлы.

- Беҙҙең алда бөгөн шундай мәсьәләләр ҙә тора: нисек итеп башҡорттарҙы берҙәм итергә, ситтә йәшәүсе милләттәштәргә ниндәй ярҙам күрһәтергә.

Кеше башҡалар менән бергә булырға, берҙәм йәшәргә, ниндәйҙер ойошмаларға ойошорға бала саҡтан уҡ өйрәнергә тейеш. Мәҫәлән, уртаҡ проекттар әҙерләү. Бынан тыш, билдәле, тәжрибәле кешеләр менән аралашыу.

Ә сит илдәрҙә йәшәүсе башҡорттарға килгәндә, беҙ - барыбыҙ ҙа республика вәкилдәре. Үҙебеҙҙе лайыҡлы күрһәтергә тейешбеҙ. Беҙгә ҡарап, халҡыбыҙҙы, Башҡортостанды күҙ алдына килтерәләр. Беҙ - республика имиджы.

Беҙ Һабантуйҙар хаҡында ғына һөйләһәк, сит ил граждандары беҙҙе тик байрам ойоштороп ҡына йәшәүсе итеп күрә. Әлбиттә, беҙ - ҡунаҡсыл, быныһы бәхәсһеҙ. Әммә башҡаларға үҙебеҙҙе инновацион алымдар менән эшләй белгән, бизнес-проекттар, инвестиция проекттары әҙерләгән, йәмәғәтселек тармағында ла уңышлы эшләүсе, мәғлүмәти яҡтан алда барған милләт итеп тә күрһәтергә тейешбеҙ, - тине Айһылыу Йәнтурина.

Уның билдәләүенсә, өлгө алаһы төбәктәр күп. Мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Татарстан республикаһы вәкилдәре сит илдәрҙәге теләһә ҡайһы сарала ла, форум-конференцияларҙа ла иркен ҡатнаша, килешеүҙәр төҙөй, бизнес-даирә менән таныша.
Әйткәндәй, Айһылыу ханым Швейцарияның "Юлдаш" башҡорт һәм татар ассоциацияһын булдырыусы ла.

- Беҙгә тағы ла нығыраҡ берләшер, аралашыр өсөн дөйөм сайт булдырырға кәрәк. Туған телде үҫтереү буйынса гранттар ныҡ ярҙам итер ине. Башҡорт телен өйрәнеү буйынса ғилми-методик базаны камиллаштырыу мотлаҡ.
Аралашыу менән генә түгел, ә онлайн форматта өйрәнеү яҡшыраҡ булыр.

Сит илдәргә төбәк етәкселеге, вазифалы шәхестәре лә йыш сыға. Улар менән урындағы ассоциацияларҙың (милли үҙәктәрҙең) осрашыуын ойоштороу мөһим. Ошонда йәшәүсе башҡорттар был ил тураһында күп мәғлүмәт бирә алыр ине. Беҙҙә потенциал бар. Республика ошоноң менән файҙаланырға тейеш. Мин БМО-ла эшләйем, башҡа вазифалы кешеләр ҙә бар. Башҡорттар. Һәм беҙ Берләшкә Милләттәр Ойошмаһында (ООН) рәхәтләнеп Башҡорт мәҙәниәте көндәрен үткәрә алабыҙ. Был беҙҙең өсөн ауыр түгел. Республика яғына хуплау булһа, беҙ быны ҙур һәм сағыу итеп ойошторасаҡбыҙ, - Айһылыу Сәфәрғәли ҡыҙының был һүҙҙәрен республика етәкслеге, моғайын, хәтеренә һалып ҡуйғандыр.

Милләттәшебеҙ әйтеүенсә, Европа һәм Америка башҡорттары ҡоролтайы үткәреүҙең дә ыңғай яҡтары буласаҡ. Берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән, мәҫәлән.









Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне