RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Асыҡ студия» ябыла

24.06.2019 «Асыҡ студия» ябыла

Рәсүл СӘҒИТОВ,
«Юлдаш» радиоһының бүлек етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:


«Юлдаш» радиоһының байтаҡ йыл тура эфирҙа эшләгән төп ижтимағи-сәйәси программаһы – «Асыҡ студия» киләһе аҙнала был миҙгелдәге һуңғы биш сығары­лышын тәҡдим итер. Төп мәсьәл­әләр рәүешендә, әүәлгесә, ил һәм республикалағы иң мөһим ваҡи­ғалар, саралар, процестар торор – тарих иҫкә төшөрөлөр, бөгөнгө барланыр, киләсәккә фараздар яһалыр. Миҫалға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын атарға мөмкин – уға махсус ваҡыт бүлергә йыйынабыҙ.

Ғөмүмән, сәйәси миҙгелде лә ниндәйҙер дәрәжәлә йомғаҡлар­быҙ, сөнки ижади төркөмөбөҙ йәйге ялға китә, проектҡа яңынан август башында тотонорбоҙ, тигән ниәт­тәбеҙ.

Быйылғы көҙҙөң дә беҙ шөғөл­ләнгән өлкә яҡлап яҙҙай ҡыҙыу булыры әленән билдәле. Ә был һәр күренешкә ентекле ғәҙел ҡараш, тәрән аңлатма, мәлендә еткерелгән белгес һүҙе талап ҡыла. Шулай тигәндә тәү нәүбәттә 8 сентябрҙә үтер оло сара – Баш­ҡортостан Башлығын һайлау күҙҙә тотола, әлбиттә. Дәғүәсе­ләрҙең ишлелеге, һаман күрһәтелә барғаны мәғлүм, һәм быны ыңғай ҡабул да итергә кәрәктер – граждандар йәм­ғиәтенең даими камиллашҡанын, ватандаштары­быҙҙың, шәхси донъя­һынан тыш, ил-көн өсөн дә яуап­лылығы артҡанын дәлилләй ул. Ошолар һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт биреп кенә ҡалынмаҫ, күпселектә хатта бынан тулыһынса баш тартылыр: саф алдында байраҡ тотоп анализлау атлар, һәр береһе урынын да тапҡан, күренеп тә торған, барлығы менән байытҡан да фекерҙәр гөлләмәһе төҙөлә барыр. Ҡатылыҡ, ҡәтғилек хөкөм һөргән сәйәси өлкәлә лә, эйе, сәскәле күркәмлеккә һуҡ­тырабыҙ, сөнки бурысыбыҙ тап шунда – яҡшыны яҡтыртыуҙа, яманды ябыуҙа. Ғәҙәттәгесә, ағай-эне, йәмә­ғәткә мөрәжәғәт итәбеҙ: шылты­ратығыҙ, яҙығыҙ, һөйләгеҙ. Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙән сығып темалар һайланыр, тулы хәл ителешкә нәҡ һеҙҙең тауышығыҙ ғына етмәй торалыр, бәлки.

Тыңлаусыларыбыҙҙың, әңгәмәлә­ребеҙгә бигерәк тә эштән ҡайтҡанда ҡолаҡ һалған автомобилселәрҙең, үтенесен иҫәпкә алып, оҙайлы ял бөтөүгә яңынан асылыр «Асыҡ студия»ның башланыу ваҡытын киске сәғәт 7-се 15 минутта ҡалдырырға булдыҡ.



Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне