RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

21.06.2019 Ялған расписка

"Рәсәй гәзите" яңы мутлыҡ хаҡында хәбәр итә. Был мутлыҡтан бер кем дә һаҡланмаған, үкенескә.

Мәскәүҙә йәшәүсе Валентина Ивановна яңыраҡ машина өсөн штрафтар юҡмы икәнен белер өсөн дәүләт хеҙмәттәре сайтына инеп, Ростов өлкәһе Каменск-Шахтинск ҡалаһының һалым инспекцияһы иҫәбенә дәүләт пошлинаһын түләү буйынса 4075 һум бурысы барлығын күрә.
Валентина Ивановна ғүмерҙә лә был ҡалала булғаны ла юҡ, һәм бурысы ла булыуы мөмкин түгел. Аптыраған ҡатын редакцияға мөрәжәғәт итә. Асыҡланыуынса, Туниян В.Ю. исемле граждан расписка буйынса суд бойороғо сығарыуҙы һорап, судҡа ғариза менән барған. Был расписканы, йәнәһе лә, Валентина Ивановна яҙған. Уның буйынса ҡатын шул Туниянға 465 000 һум тейеш булып сыға. Суд бойороғон сығарыу буйынса суд та үткәрелеп тормай - уны шул ғаризаға һәм распискаға таянып ҡына сығаралар. Ә распискала - ысынлап та Валентина Ивановнаның паспорт мәғлүмәттәре. Адресы ғына икенсе күрһәтелгән. Тикшерә торғас, был муттарҙың эше булыуы асыҡланған.

Кешенең аҡсаһын урлау схемаһы түбәндәгесә, тиелә гәзиттә:

1. Мут әҙәм граждандың паспорт мәғлүмәттәрен ала (ә ул мәғлүмәттәрҙе хәҙер Интернетта табыуы ап-анһат).

2. Шул паспорт мәғлүмәттәрен яҙып, илдең икенсе өлөшөндә булһа ла бурыс тураһындағы ялған расписка менән мировой судҡа бара. Бурыслы кешенең йәшәү урыны (пропискаһы) тураһында судта артыҡ һорау биреүсе ғәҙәттә булмай.


3. Мут әҙәм суд үткәреүҙе һорамай (ә нимәгә уға повестка буйынса ике яҡты ла иҫкәртеү, судҡа саҡырыу кеүек ҡатмарлыҡтар?), уға суд бойороғо ғына кәрәк. Был документ урындағы мировой судья тарафынан әҙерләнә, һәм "бирәсәкле" кеше был хаҡта белмәйәсәк тә.


4. Алдаҡсы әҙәм ҡулына суд документын алыу менән банктарға, приставтарға бара һәм бирәсәкте ҡайтарырға ярҙам итеүҙәрен һорай. Һәм приставтар кешенең иҫәбенән (пенсия, пособие, кеҫә телефонынан һ.б.) аҡсаны алып, уға бирәсәк.

5. Банк суд ҡарарына ышана, буйһона, шуға ла аҡсаһын уға ышанып тапшырған клиент алдында яуаплылығы юҡ.

6. Полиция алдаҡ тураһында һуңлап белгәс, юғалған аҡсаны ла кире ҡайтарып, мут әҙәмде лә табып булмаясаҡ, үкенескә.

Нишләргә һуң был ҡапҡанға эләкмәҫ өсөн? Әлегә бар өмөт, үҙегеҙ беләһегеҙ, кемдә.




Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне