17.06.2019 Ейәнсәре менән мунсала үлеп ятҡан
Мунса - йыуынып таҙарыныу , ял итеү урыны ғына түгел, мейесе яғылғанда хәүефле бина ла . Сөнки унда күптәргә еҫ тейә, юғары ҡан баҫымы, йөрәк сирҙәренән интеккәндәргә эҫенән иҫтән яҙып, йығылыу ҡурҡынысы ла бар.
Яңауыл районында 57 йәшлек өләсәй 2 йәшлек ейәнсәре менән мунсаға бара. Мейестәренең йүшкәһен ҡыҫҡандармы, әллә башҡа сәбәп булғандырмы, икеһенә лә һөрөм еҫе тейә. Туғандары уларҙы мунсала үлгән килеш таба.
Мунсаға йыуынырға киткәндәр оҙаҡ тотҡарланһа, иғтибарлы булығыҙ.
Комментарий өҫтәргә