RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бер кешегә 33 кв. м. тейеш, ә бесәйгә?

11.06.2019 Бер кешегә 33 кв. м. тейеш, ә бесәйгә?

Рәсәй Федерация Солветының аграр-аҙыҡ-түлек сәйәсәте буйынса комитеты властарға йорт хайуандары тураһында норматив тәҡдим итергә ниәтләй. Һүҙ башлыса фатирҙа аҫралған эт-бесәйҙәргә ҡағыла.

Фатирың бәләкәй булһа, кешенән башҡа йән эйәһе йәшәргә тейеш түгел һымаҡ килеп сыға. Йәғни сенаторҙар өйҙә эт-бесәй аҫрауҙы фатирҙың метражына ҡарап рөхсәт итергә кәрәк, тип белдерә. Мәҫәлән, фатирың 54 кв.м булһа, унда өс кеше йәшәһә, бесәй һыймаясаҡ. Йә берәү һыйыр. Уның янына эт точно һыймаясаҡ. Һәр хәлдә бөгөн ҡала фатирҙарында 20-ләп бесәй аҫраусы алйоттар етерлек. Шулай уҡ урамда осратҡан берәҙәк һәр хайуанды өйөнә ташыған сәйер әҙәмдәр ҙә осрай.

Әлегә аныҡ майҙандар күрһәтелмәгән. Кеше өсөн нормаларҙы хәтергә төшөрәйек. Санитария ҡағиҙәләре буйынса бер кешегә алты квадрат метр тейеш. Ә төп норма - социаль норма (уңайлы йәшәү өсөн минималь майҙан) - буйынса бер кешегә 33 квадрат метр билдәләнгән. Ике кешегә - 42, өс кешегә 54 кв.м.

Хәҙер ана шул нормаларҙан сығып, эт һәм бесәйҙәргә лә майҙан иҫәпләйәсәктәрме икән? Нимә, фатирҙарҙы ҙурыраҡ төҙөй башларҙармы әллә кешегә майҙанды ҡыҫырҙармы? Хайуан һыйҙырам тиһәң...

Ғөмүмән, йорт хайуандарына ҡарата хәстәрлек күрелә башланы шикелле. Берәҙәк эттәргә, бесәйҙәргә приют төҙөүгә төбәктәр аҡса бүлһә ине, тиҙәр Федерация советында.

Майҙа Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы урамда морондоҡһоҙ, бәйһеҙ йөрөтөргә ярамаған хәүефле эт тоҡомдары исемлеген баҫҡан. Бында 13 тоҡом индерелгән: аҡбаш, Америка бандогы, амбульдог, Бразилия бульдогы, булли кутта, саф ҡанлы алапах бульдогы (отто), бэндог, гуль дог, питбуль мастиф, Төньяҡ Кавказ эте, эт менән бүре гибриды, волкособ (бүре гибриды) һәм бөтә һаналған тоҡомдарҙың ҡушылдыҡтары.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне