RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

27.05.2019 Китапхана ул...

27 май Китапханалар көнө билдәләнә. Китапхана - ул белем усағы, мәҙәниәт үҙәге, мәғлүмәт сығанағы, күңел тыныслығы табыр урын.


Беренсе китапханалар Башҡортостанда XVI быуаттан башлап мәсет, мәҙрәсә, монастырҙар һәм сиркәүҙәр янында булдырыла. Бында дини йөкмәткеле китаптар һаҡланған. 1586 йылда ҡала статусын алғандан һуң, Өфө башҡорт ерҙәренең административ үҙәге булып китә. Өфө воеводаһының приказлы йортонда донъяуи әҙәбиәт туплана. Мәскәү китап баҫыу дворында сығарылған китаптарҙың ҡалаға даими килә башлауы XVII быуатта башлана. Өфө ҡалаһы Мәскәү типографияһының 1649 -1663 йылдарҙағы керем һәм сығым ҡағыҙҙарында теркәлгән, тимәк, Өфөгә китаптар алынған булған. 1835 йылда Өфөлә түләүле китапхана асыла. Китап уҡыусылар аҡса түләп китаптарҙы өйгә алып уҡый алған. Бер нисә хужаһы алмаштырылып, был китапхана 1864 йылға тиклем эшләп килгән.
Беренсе дәүләт халыҡ китапханаһы Өфөлә 1836 йылда асыла. С. Т. Аксаковтың вафатына 50 йыл тулыуы айҡанлы Өфөлә театр һәм китапханалы мәҙәни үҙәк төҙөргә ҡарар сығарыла. Төҙөлөп бөтмәгән үҙәк бинаһына 1915 йылда Аксаков халыҡ китапханаһы күсә. Ҡыш көндәрендә Аксаков китапханаһы ябылып торған. Китапханала төрки телле әҙәбиәт тә йыйылған була. Был осорҙа Өфөлә губерна тыуған яҡты өйрәнеү музейы янында Йәмғиәт китапханаһы һәм Н. К. Блохиндың шәхси китапханаһы эшләп килә. XX быуат башында китапханалар ситтән алып киленгән әҙәби китаптар һәм урындағы алты типографияла баҫылып сыҡҡан китаптар менән тулылана.

Ҡаланың төрки телле халыҡтар өсөн тәғәйенләнгән китаптар башлыса мәсеттәрҙә туплана. Был дини әҙәбиәт була. Донъяуи китаптар ситтән алып киленә. Төрки телле әҙәбиәт иң үтерлек була. Милли нәшриәттәр Башҡортостанда ХХ быуат башында Өфөлә (Шарк), Стәрлетамаҡта (Нур), Бөрөлә барлыҡҡа килә. Беренсе мосолман китапханаһы ғалим Ризаитдин Фәхретдинов башланғысы менән Өфөлә ХХ быуат башында халыҡтан йыйылған аҡсаға асыла. 1917 йылға Башҡортостанда яҡынса 340 китапхана эшләүе билдәле.

Хәҙерге ваҡытта китапханалар һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһының алдынғы субъекттары иҫәбенә инә: республикала яҡынса 1670 дәүләт һәм муниципаль китапхана эшләй. Улар башлыса "Башкнига" Сауҙа йорто бибколлекторы аша тулылана.
Иң эреләрҙән Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана (яҡынса 3,2 млн китап),Өфө дәүләт нефть техник университеты китапханаһы (1 млн.), БДУ (1,4 млн китап), Өфө дәүләт авиацион техник университет китапханаһы (1 миллионға яҡын китап), РФА Өфө фәнни үҙәгенең ғилми китапханаһы (800 мең), Салауат үҙәк ҡала китапханаһы (110 мең) һ. б. һанала. Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапханһында документтарҙы реставрациялау һәм консевациялау Үҙәге эшләй. Махсус китапханалар булдырылған. Улар иҫәбенә "Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн Башҡорт махсус китапханаһы", Республика фәнни-медицина китапханаһы, балалар өсөн китапханалар, предприятиеларҙағы фәнни китапханалар, ғибәҙәтханалар янындағы дини әҙәбиәте китапханалары инә. Стәрлетамаҡта 1996 йылдан алып Әбделҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар китапханаһы эшләй.



Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com
Источник: Википедия




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне