RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Башҡорт теленән диктантты Төньяҡ Америкала, бөтә Евразияла тиерлек яҙҙылар

18.05.2019 Башҡорт теленән диктантты Төньяҡ Америкала, бөтә Евразияла тиерлек яҙҙылар

Йыл һайын яҙын ашҡынып көтөп ала торған матур сарабыҙ барлыҡҡа килде. Бишенсегә үткән башҡорт теленән диктант яҙыу быйыл бер кимәлгә юғары күтәрелде - халыҡ-ара статус алды. Барыһы ла республика етәкселегенең аҡыллы сәйәсәте, туған телебеҙгә ихтирамына бәйле.

Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам. Беҙ күмәкләп ҡыуана-ҡыуана был һүҙҙәрҙе ҡабатлай алабыҙ икән, тимәк, борсолорға урын юҡ.

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк - арабыҙҙа башҡорт телендә бер-ике һүҙ булһа ла әйтә белгән сит милләт кешеләре күбәйҙе. Республика телен үҫтереү, таратыу, танытыу өсөн аҫабаларға ла битараф булмаҫҡа кәрәк. Бөтә нәмә ғаиләнән башлана.

Шәхсән үҙем йыл һайын диктантты Башҡорт дәүләт университетында яҙам. Быйыл да уның алдан әҙерләнгән аудиториялары шығырым тулы булыуын күреп шатландым. Башҡорт телен яҡшы белгәндәр менән күрше аудиторияла рус телле милләттәштәребеҙ, башҡорт телен яңы өйрәнә башлаусылар ҙа урынлашты. Әйткәндәй, улар өсөн тексты "Башинформ" йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов уҡыны. Парта артына Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ултырҙы.
- Башҡорт телен һаҡлауға, аралашыу теле, дәүләт теле булараҡ үҫтереүгә беҙ бик етди ҡарайбыҙ. Ул һәр саҡ беҙҙең көн тәртибендә. Республикала милли телдәрҙе үҫтереү буйынса штаб барлыҡҡа килде тиһәк тә була. Беренсе Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында ла күп тәҡдим яңғыраны. Әле иһә, ватандаштарыбыҙҙың донъяға һибелеп йәшәүен иҫәпкә алып, диктантҡа халыҡ-ара статус бирергә булдыҡ. Был ошо ваҡиғаға ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Властың бурысы - телде өйрәнһендәр, һөйләшһендәр өсөн сара табыу, ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү, - тине Радий Фәрит улы.

Диктант тамамланғас, ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһенә, диктанттың еңел генә бирелмәүен, әммә ойоштороусыларҙың бик яҡшы эш башҡарыуын хуплап яҙып ҡуйҙы. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, республика етәксеһенә был ҡыйыу аҙымы өсөн, афарин, тибеҙ.

Башҡорт телен яҡшы белгәндәр өсөн тексты Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны. "Ағыла ҡурай моңо" ине атамаһы. Бик матур, йөкмәткеле, хисле текстың авторы арҙаҡлы милләттәшебеҙ - Салауат Әбүзәр.

Бер аҙ һандарға туҡталғанда, яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, диктантты 60 мең самаһы кеше яҙған. АҠШ, Канада, Төркиә, Германия, Бөйөк Британия, Швейцария, Ҡытай, элекке союздаш республикаларҙа акцияны дәррәү күтәреп алғандар. Иий, халҡыбыҙ ҡайҙа ғына йәшәмәй! Рәсәйҙең бихисап төбәгендә яҙғандар. Үҙебеҙҙә иһә 800-ҙән ашыу майҙансыҡ эшләгән.

Был ябай ғына сара түгел. Телебеҙгә иғтибар, ихтирам күрһәтеү көнө. Тарихҡа яҙылып ҡаласаҡ ҙур ваҡиға. Киләһе йылда ла диктант майҙанында осрашҡанға тиклем!

20 майҙа һөҙөмтәләр bashkdictant.ru сайтында буласаҡ.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне