RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ололар аҡылына таянған таймаҫ

30.04.2019 Ололар аҡылына таянған таймаҫ


Кисә Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының Президиум ултырышы үтте. Унда мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин вазифаһынан китеүе тураһында белдерҙе. Ноябрҙә үтәсәк съезға тиклем Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе итеп 30 йәшлек Айнур Бирғәлин һайланды.
Яңы етәксе Учалы районының Баттал ауылында тыуған. Мысырҙағы Әл- Әзһәр университетында уҡыған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Рәйес итеп һайланғансы «Фәтхислам» мәсете имам- хатибы булып эшләгән. Грэпплинг буйынса ике тапҡыр чемпион, БР Эшҡыуар мосолмандар ассоциацияһы ағзаһы.
Морат Лоҡманов,журналист, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Иман» тапшырыуын алып барыусы:
Айнур Бирғәлин- яҡташым, үҫмер сағынан беләм. Үҙенең фекерендә ныҡ торған, маҡсаттарына ынтылышлы, бик әүҙем, булдыҡлы егет. Назарат менән идара итеүҙе уға тапшырыу ойошмаға яңы һулыш өрөп ебәрер, тип ышанабыҙ. Эш төрлө йүнәлештәрҙә алып барырға тейеш. Айнур йәмәғәт ойошмалары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, төрлө ведомство менән берҙәмлектә, бөтә яҡтың да фекерҙәрен тыңлап эшләргә теләй.
Яңы етәксенең эшлекле, матур тәҡдимдәре бар. Киләсәктә лә уларҙы тормошҡа ашырырға көсөн, аҡылын йәлләмәҫ, тип ышанам.
Илдар Малахов, Өфөнөң Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы директоры:
Айнур Бирғәлин баш ҡалабыҙҙағы «Фәтхислам» мәсете имам- хатибы булды. Мосолман өммәһендәге ойоштороу эштәре уға ят түгел. Бөгөнгө ҡатмарлы заманда , айырыуса диндә һәр эште уйлап, самалап эшләргә кәрәк. Булдыҡлылығы менән айырылып торған Айнурға был эштәрҙе атҡарып сығыр өсөн уның белеме лә, көсө лә етер, тип уйлайым. Уның киләсәккә пландары менән бүлешкәндә: «Ололарҙың аҡылына, йәштәрҙең дәртенә таянып эшләйәсәкмен», - тигән һүҙҙәре оҡшаны. Йәш хәҙрәткә яңы вазифала уңыштар теләйем.




Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Интернеттан






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне