03.04.2019 Башҡортостандың элекке вице-премьеры ике айға ҡулға алынды
Бөгөн Өфөнөң Совет район суды Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке вице-премьеры Евгений Гурьевты 60 тәүлеккә һаҡ аҫтына алырға тигән ҡарар сығарҙы.
Алдан әйткәнебеҙсә, элек БР ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарған Евгений Гурьев ер биләмәләрен бүлгәндә вазифә вәкәләттәрен арттырыуҙа ғәйепләнә.