03.04.2019 Был дарыу беҙгә ҡабат килтерелмәйәсәк
Росздравнадзор хәбәр итеүенсә, әле бик тә йыш ҡулланылған спрей препараты беҙҙә ҡабат һатылмаясаҡ. Ул дарыуҙың сифатына ла, хәүефле-хәүефһеҙлегенә лә бәйле түгел, имеш.
Словенияның КРКА компанияһы Рәсәйгә “Септолете плюс” антисептик һиптергес препаратын һатыуҙы туҡтата. Компания был дарыуҙы дәүләт реестрынан төшөргән. Сәбәбе теүәл асыҡланмаған әлегә.
Ауыҙ ҡыуышлығы, тамаҡта инфекция булғанда ҡулланыла торған “Септолете”ның башҡа төрҙәре тураһында ундай мәғлүмәт юҡ.