02.04.2019 Турникет?! Беҙҙең автобустарҙа?!
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге йәмәғәт транспортына ҡағылышлы фекерен әйтте.
Беҙҙең бер түрә, урам автобустарына турникет ҡуйырға кәрәк, тигәйне. Уның был идеяһына күптәр ҡаршы сыҡты. Нисек инде улай? Былай ҙа мыжғып торған туҡталыштарҙа автобустан турникет аша халыҡ ҡасан сығып бөтөр?
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә был яңылыҡ беҙҙә индерелмәйәсәген белдерҙе.
Турникеттарҙан хатта Мәскәүҙә лә баш тартҡандар. Эйе, илдең баш ҡалаһындағы автобустарҙа бер аҙ пассажирҙарҙы турникет аша сығарып маташҡандар. Махсус аппаратҡа карта ҡуяһың да сығаһың. Еңел кеүек. Ә картаң булмаһа, йә кәрәк ваҡытта таба алмаһаң, йә ҡуя белмәһәң? Ҡыҫҡаһы, тәжрибә ҡулай булмаған.
Ысын, нимәгә ул турникет? Әллә автобустарҙа “ҡуяндар” шул тиклем күп була тиҙәрме икән?