RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әгәр аҡса эшләргә теләһәң...

13.07.2010 Әгәр аҡса эшләргә теләһәң...

Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеүсе республика үҙәге үҫмерҙәргә йәйге ялда эшкә урынлашыу мөмкинлеген бирә. Был йәйҙә Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеүсе республика үҙәге бәлиғ булмағандар өсөн туңдырма һатыусылар, официанттар, курьерҙар, промоутерҙар, ярҙамсы эшселәр, йыуыусылар вакансияларын тәҡдим итә. Бөтә ерҙә лә уҫмерҙәрҙең эш шарттары, айырыуса хәүефһеҙлек саралары ныҡ тикшерелә. Уларҙы ҡануниәттә билдәләнгән нормаларҙан артыҡ эшләтеү юҡ.

Үҙәк директоры Гөлләриә Ялсыҡаеваның һүҙҙәренсә, йәйге осорҙа үҫмерҙәрҙең мәшғүллеге – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Был мәсьәлә менән БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡ мәшғүллеге буйынса дәүләт идаралығы, Йәштәр сәйәсәте, спорт, туризм министрлығы, республика ҡалалары һәм райондарындағы йәштәр эштәре буйынса органдар ҙа шөғөлләнә.

– Йыл башынан май айына тиклем беҙҙең белгестәр ярҙамында 1500 кеше эш урыны тапты, – ти Гөлләриә Ялсыҡаева. – Йәй башланыуға эшһеҙ йәштәрҙең һаны артты. Июндә генә беҙгә 700 кеше эш һорап мөрәжәғәт итте.

Йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүҙең тағы бер формаһы – студенттарҙан торған хеҙмәт отрядтары. Был ысул йәштәрҙең аралашыуын, яңы профессия үҙләштереүен ойоштороу өсөн дә бик уңайлы. Быйыл өсөнсө хеҙмәт сирегендә 6000 студент ҡатнашасаҡ. Улар республиканың төрлө мөйөштәрендә эшләйәсәк, бәғзеләре Рәсәйҙең икенсе төбәктәренә лә ебәреләсәк. Йәй буйы 11000 үҫмергә яңы профессия үҙләштереү һәм аҡса эшләү мөмкинлеге биреләсәк. Студотрядтағыларҙың хеҙмәт хаҡы – 4 мең һумдан 15 мең һумға тиклем.

Күңеленә ятышлы эш табырға теләүселәр булһа, Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеүсе республика үҙәгенә ошо адрес буйынса шишәмбе, шаршамбы, кесе йомала мөрәжәғәт итә ала: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 13-сө бүлмә.



Автор: Т. АМАНОВ
Фото: нет




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне