RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ошо көндәрҙә “Сибайҙың интерактив картаһы” тип аталған онлайн-сервис булдырылды.

25.03.2019 Ошо көндәрҙә “Сибайҙың интерактив картаһы” тип аталған онлайн-сервис булдырылды.

Уның ярҙамында һәр кем үҙен борсоған һорауҙарҙы бирә һәм яуаплауҙы талап итә ала. Бының өсөн компьютерҙа, смартфонда махсус ҡушылманы теркәргә кәрәк. Борсоған проблема хаҡында ҡыҫҡаса яҙып, фотоһын ҡуйып ебәрһәң, ул махсус картала сағыла һәм ҡала хакимиәтенең Интернет-ҡабул итеү сайтында күренә. Артабан мәсьәлә хәл итеү өсөн тейешле хеҙмәттәргә ебәрелә.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, граждандарҙың төрлө тармаҡтарға бәйле мөрәжәғәт итеү алымдарын нисек тә еңелләштереү маҡсатында былтыр октябрҙә уҡ ошо тәңгәлдә эш башланған. Тәжрибә нигеҙендә Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаһында файҙаланылған әлеге интерактив картаның үҙенсәлектәре өйрәнелгән.

Һөҙөмтәлә хәҙер һәр кем үҙен борсоған проблемалар – юлһыҙлыҡ, һүнеп торған светофор, урамда лампаларҙың янмауы, берәҙәк эттәр йөрөүе һ.б. – хаҡында тиҙ арала хәбәр итә ала. Әммә хәл-торош фотоһүрәт менән дәлилләнгән булырға тейеш.

“Сибайҙың интерактив карта”һына килгән һорауҙар айырым төркөмдәргә һалына. Мәҫәлән, “Юл һәм транспорт”, “Йорт һәм ихата”, “Социаль өлкә”, “Хәүефһеҙлек”, “Төрлөләр” кеүектәр булдырылған.

Яңы интерактив алым ҡала етәкселеге менән халыҡ араһында бәйләнеште тағы ла нығытыр, Сибайҙың бар яҡлап үҫешенә булышлыҡ ҡылыр тигән ышаныс бар.




Автор: К. Усманова
Фото: Р. Юнусова






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне