RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡәнәғәт

02.03.2019 Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡәнәғәт

Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡәнәғәтСибай гимназия-интернаты янындағы ағастарға ҙурлығы, биҙәлеше яғынан төрлө-төрлө тағараҡтар бер-бер артлы эленгән. Алыҫтан килгәндәр уларҙың матурлығына һоҡланыуын йәшерә алмай, хайран ҡала! Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ иһә икмәк валсығы, тары, бойҙай бөртөктәрен ашап ҡыуана.

Белем усағы директоры Роза Бикбова әйтеүенсә, улар “Тағараҡ” акцияһында йыл да әүҙем ҡатнаша, тағараҡтарҙы, сыйырсыҡ ояларын ҙур теләк менән күмәкләп эшләй. Уҡыусылар өҫтәүенә был йәһәттән һөнәрен даими камиллаштырырға, оҫталығын арттырырға тырыша. Ялға ҡайтҡанда уларға аталары ла ярҙам итә.

“Яҙҙың тәүге көндәрендә үк сыйырсыҡ ояларын элеп сығабыҙ”, – ти етәксе.

Яҙгөл Рәсүлеваның эше иғтибарҙы әллә ҡайҙан уҡ йәлеп итеп тора. Сағыулығы, күңел һалып башҡарылғаны менән айырылып тора был тағараҡ.

“Мин ҡоштарҙы ныҡ яратам, – ти ҡыҙ. – Баймаҡ районы Темәс ауылынанмын. Бала саҡтан ҡыш йортобоҙ янына тағараҡ элә торғайныҡ. Унда ҡоштарҙың көн һайын килеп мин һалған бойҙай бөртөктәрен ашап китеүен күҙәтергә яраттым. Әлеге тағараҡты төрлө ептәрҙән үҙем эшләнем”.

Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар, уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмайыҡ, ҡәнәғәт, туҡ булһындар, тип әйҙәй тиңдәштәрен Сибай уҡыусылары.




Автор: К. Усманова
Фото: Автор фотолары






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне