RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәй сәғәт телдәрен күсереүгә ҡаршы

14.01.2011 Рәсәй сәғәт телдәрен күсереүгә ҡаршы

Рәсәй сәғәт телдәрен күсереүгә ҡаршы
Ниһайәт, Рәсәй «ҡышҡы ваҡыт»ҡа күсеүҙән баш тартмаҡсы. Хәтерегеҙҙәлер, был турала ҡыҙыу бәхәстәр бер нисә йыл дауам итә. Берәүҙәр яҙлы, көҙлө сәғәт телдәрен йә алға, йә арҡа күсереүҙе әллә күпме уңайһыҙлыҡ тыуҙырыуҙа, икенселәр һаулыҡҡа зыян килтереүҙә ғәйепләне. Әле аныҡ ҡына бер ҡарарға килдек, шикелле - ваҡытты үҙгәртеү кәрәкмәй. Ошо тәҡдим февралдә Рәсәй Хөкүмәтендә тикшереләсәк. Мәсьәлә ыңғай хәл ителгән осраҡта, 2012 йылдан Рәсәй cәғәт телдәрен күсереүҙән «азат» буласаҡ. Иң ҡыҙығы, эксперттар фаразлауынса, «ҡышҡы ваҡыт»ҡа күсеүҙән баш тартыу беҙгә 17 процент яҡтылыҡ өҫтәй икән.
Көтөлгән реформа йәмәғәтселектә йәнә ҙур резонанс тыуҙырҙы. Әлеге ваҡытта был тема ҡыҙыу рәүештә федераль матбуғат биттәрендә тикшерелә. Әммә күпселек тәҡдимде яҡлай. Белгестәр аңлатыуынса, ваҡытты тегеләй, былай күсереүҙән ил сәнәғәте ҙур килем ала тип уйлау хата фекер. Ә бына сәләмәтлеккә ысынлап та, зыян килә. Ярты йыл һайын кешеләрҙең биоритмы боҙола. Тинлек файҙа күрәм тип һаулыҡты ҡаҡшатыуҙы мәғәнәһеҙлек тип һанай, табиптар. Өҫтәүенә, хәҙер илдең барлыҡ ойошмаларында һәм предприятиеларында энергия һаҡлаусы лампалар ҡуйылған. Шуға күрә «ҡышҡы ваҡыт»тан баш тартыу әллә ни ҙур финанс юғалтыуҙарға килтермәйәсәк.















Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне