RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Алдар батыр ҡайтты Баймаҡ еренә

20.07.2017 Алдар батыр ҡайтты Баймаҡ еренә

Алдар батыр ҡайтты Баймаҡ еренәБаймаҡ ҡалаһының Үҙәк майҙанында башҡорт халҡының батыры Алдар Иҫәкәевҡа арналған һәйкәл асылды.
Алдар Иҫәкәев халҡыбыҙҙың легендалар шәхестәре рәттәрендә тора. Ул Бөрйән волосы старшинаһы, урыҫ армияһының Ҡырым һәм II Аҙау походтарында ҡатнашҡан, 1704—1711 йылғы башҡорт ихтилалын етәкләгән, Ҡаҙағстанда Рәсәйҙең илселеге ағзаһы булған. Яуҙағы батырлығы өсөн уға ике мәртәбә тархан званиеһы бирелгән.

Тантана мәлендә район башлығы Илшат Хәмитов, һәйкәл 2019 йылда үтәсәк оло байрам - Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу айҡанлы асылды тип белдерҙе.
Атлы һынды Магнитогорск ҡалаһы скульпторы Серге Елкин яһаған. Һәйкәлде урынлаштырыу подрядсыһы - Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Фаяз Ғәбиҙуллин.

АЛДАР БАТЫР
Тып-тын ялан...
Бөтә яугирҙарҙың
Ҡараштары ике батырҙа.
Аһ, кемеһе еңер?
Әле бере...
Икенсеһе ергә ятырҙай.

Яраланған бүре ярһыуылай,
Ғәййәрлеге әллә ҡайнаны,
Әллә Күктәр ҡыйыулығы өсөн
Еңеүсе тип уны һайланы!

Черкес тәнен аша үткән ҡылыс
Азов диуарҙарын емерҙе.
Рәсәй сығыр диңгеҙ майҙанына,
Эҫе саҡта һуғып тимерҙе.

Ике яугирҙан да ҡандар тама,
Ергә ауҙы әммә береһе.
Айбарлығың менән, Алдар батыр,
Һин әле лә илдә тереһең!

Шау-шыу килә ялан...
Төрөк башы
Ышанмай ҙа тора был хәлгә.
Иң көслөһө тигән черкес ҡаны
Кем алдында бөгөн еңелгән?!

Кем һуң унда батырҙан да батыр?
Яраланған килеш ил яҡлай?
Башҡорттарҙың аҫыл ир-егете
Биргән антын ҡанда ныҡ һаҡлай!

Һуңғы һулышҡаса башҡорт тоғро:
Уның юлы тура һәм аҡтан.
Тарих белмәй хатта бер башҡортто
Тамаҡ өсөн генә ил һатҡан!

Рәсәй белмәй бындай батырлыҡты!
Йә, әйтегеҙ, тағы бер исем!
Кемдәр шулай яуға инә ала
Һис аямай йәнен, рух көсөн!?

...Йылҡылары өйөр-өйөр уның,
Мәртәбәле башҡорт тарханы!
Ауылдарҙы тупраҡ итмәҫ өсөн
Етер ине тик бер фарманы...

Ҡалҡан булыр мәлдә бар халҡына,
Ҡәүемеңде яҡлар саҡтарҙа,
Кемдәр генә юлың борҙо икән
Миңзәләлә торған ҡаҡ дарға?

Мең бәләле таш зинданлы ҡала,
Бар икән дә һинең үҙ йәнең.
Һин бит үҙең үтеп барған саҡта
Илай-илай тарих һөйләнең.

Уйһыуҙарға бында күҙ-йәш тулған,
Йылға үҙәненән ҡан аҡҡан.
Беҙ ғәйепле түгел! тигән кеүек
Һыҡтап ҡаршылайҙар йыраҡтан...

Һеҙ ғәйепһеҙ...
Һеҙгә һорау ҙа юҡ...
Бында әжәл үҙе һаташҡан.
Ватанына тоғро Алдар йәне
Батыр булып Күккә олғашҡан!

Нимә һуң был?
Тоғролоҡҡа ниңә
Был ил ҡуя белмәй баһаһын?!
Милләт асманында яра һыҙлай,
Ниҙәр менән генә баҫаһың?..

Табаҡ-табаҡ һүҙҙәр теҙҙем дә ул,
Һағышымды тәрән батырҙым...
Тәсбих әйттем ҡиблаларға ҡарап:
Рәнйемәһен йәне батырҙың!..
Алдар батыр!!!
Лариса Абдуллина










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне