RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Быйылғы ярыш тамам! Алда - киләһе ярыш!

19.05.2017 Быйылғы ярыш тамам! Алда - киләһе ярыш!

Быйылғы ярыш тамам! Алда - киләһе ярыш!Бөгөн, 19 майҙа Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының быйылғы ярышы тамамланды. Ошо айҡанлы "Йәшлек" редакцияһында БДУ-ның журналистика кафедраһы профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы гәзиттә сыҡҡан һәм әле баҫылып өлгөрмәгән эштәрҙе ҡараны, үҙенең ғәҙел фекерен әйтте.

Ултырышта бик ҡыҙыу бәхәстәр яңғыраны. Конкурсҡа эштәрен ебәргән егет-ҡыҙҙар үҙҙәренең ижады менән халҡым, телем, ерем, илем тип янып-көйөүселәр икәнен күрһәтте. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, саф идея-фекерҙәр, төрлө юҫыҡты күрһәткән уйҙар - былар барыһы ла конкурста ҡатнашырға теләгән егет-ҡыҙҙарҙың эштәрендә төп фекер ине.

2017 йылғы бәйгелә беренсе премияны “Ҙур киләсәк алдынан” мәҡәләһе менән Наҙгөл АБДРАФИҠОВА яуланы! Ул Әбйәлил районының Байым ауылында йәшәй, 11 класта уҡый. Еңеүсе ҡыҙ оло тормош алдында тора, үҙенең эҙләнеүҙәрен, нимә борсоғанын белдерә, милләт проблемаларын әсенеп әйтә, башҡорт булыуы менән ғорурлана.
Наҙгөл шулай итеп тәрән рухлы булыуын күрһәткәне өсөн хаҡлы рәүештә беренсе урынды яуланы.

Икенсе премия ике кешегә бирелде. Тәүгеһе «Берҙәмлектә беҙҙең көс" мәҡәләһе өсөн Салауат районының Малаяҙ башҡорт гимназияһында 11-се класта уҡыған Илшат ГӘРӘЕВҠА тапшырылды. Егет мәҡәләһендәге фекерҙәрҙе килтереү ҙә етә: "...Балаға ғүмер биреү генә етмәй, ә матур исем ҡушып, туған тел тәрбиәһе биреүҙең мөһимлеген һәр ғаилә аңларға тейеш. ..киләсәгебеҙ – беҙҙең ҡулда. “Ятма, тор, уян, башҡортом!” – тип һөрән һалам... Ялағайҙар, ришүәтселәр, алдаҡсылар арта. Шуныһы ҡыҙғаныс: бөгөн ғариза яҙып та, йылдар буйы өй һалырға ер ала алмай йөрөгән йәштәр күп. Етмәһә, башҡорт халҡы ғына түгел, ә ҡалған халыҡтар ҙа үҙ ерҙәрен үҙҙәре һатып алырға мәжбүр. Меңәрләгән гектары буш ятҡанда ни өсөн ер һатыла?....
Баш ҡалалағы Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһында уҡыусы Ынйыгөл ИШБУЛАТОВА бына өсөнсө йыл рәттән беҙҙең конкурста ҡатнаша. "Сабыр төбө - һары алтын" - Ынйыгөл тәүҙә лауреат исемен яулаһа, быйыл иһә икенсе премияға лайыҡ булды!
Уның "Атай абруйын һаҡлайыҡ!" мәҡәләһе ғаилә институты проблемаларына, атайлыҡ абруйын һаҡлауға, илебеҙ киләсәген ҡайғыртыуға ҡайтып ҡала.

Өсөнсө премия өс кешегә тәғәйенләнде. Улар: Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Т.Күсимов исемендәге гимназияның 11-се класы уҡыусыһы Илүзә МӘХЕЙӘНОВА - "Үҙ бәхетебеҙҙе аңларға ваҡыт етте", Өфөнөң Р.Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыусы Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА - "Йөрәктәребеҙ - тыуған ерҙә" һәм Лилиә АЛТЫНБАЕВА үҙенең "Төнгө уйланыуҙар-һыҙланыуҙар" исемле шиғри мәҡәләһе лайыҡ булды.

Конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙең 19-ҙы һайлап алынып гәзит битендә донъя күрҙе. Артып ҡалғандары 2018 йыл өсөн ярыш иғлан ителгәс "Йәшлек"тә донъя күрәсәк/

1,2,3 премия алыусыларҙы "Йәшлек" гәзите журналистары Һуңғы ҡыңғырау көнөндә үҙҙәре барып ҡотлаясаҡ.

“Халҡым киләсәге” номинацияһында еңеүселәрҙе айырым исемлектә әйтеп үтербеҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне