RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... (20 ғинуар)

24.01.2017 Ә беҙҙең ауылда... (20 ғинуар)

Ә беҙҙең ауылда... (20 ғинуар)
Был аҙнала беҙ Баймаҡ, Ишембай, Көйөргәҙе райондарынан хәбәр­ҙәр ҡа­бул иттек. Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефон­ға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Дилара ЮНЫСБАЕВА,
Баймаҡ районының Ярат ауылы китапханасыhы:
– Ярат ауыл биләмәһенә ҡараған Ғүмәр, Йәрмөхәмәт, Ярат ауылдарының һәм, әлбиттә, хакимиәт башлығы Илгиз Йәнбирҙиндың ныҡышмаллығы һәм тырышлығы менән былтыр күмәкләп ДТ – 75 тракторы һатып алынды. Һәр ғаиләнән күпмелер аҡса бергә йыйылғас, арыу ғына сумманы тәшкил итте.
Яңы техника ауыл хакимиәте водителе Ғирфан Мырҙаҡаевҡа беркетелде. Ул ҡар ышыртҡыһын үҙе йәбештереп эшләне.
Бығаса ауылдарыбыҙ, ҡыш етһә, урамдарҙа юл юҡлыҡтан интегә ине. Ҡарҙы эттереп торҙолар, ләкин был эш өсөн күп сығым талап ителеп, техника юллау, тракторсылар менән килешеү кеүек мәшәҡәттәр тыуҙырҙы. Ҡыҫҡаһы, ҡыш миҙгеле ҙур проблема булып ҡала килде. Ә бына хәҙер тракторлыбыҙ. Ғирфан уны ҡабыҙып, ауыл урамдарын таҙартып та сыҡты. Хәҙер бөтә урамдар, хатта айырым ғына ултырған өй тирәләре лә тап-таҡыр. Шундай уңғандар булғанда, тыуған төйәгебеҙ гөрләп торор әле.

Гөлдәр ЙӘРМӨХӘМӘТОВА,
Ишембай районының Этҡол ауылы китапханасыһы:
– Ауылыбыҙҙың моделле китапханаһында “Әхирәттәр” клубы әүҙем эшләп килә. Сәләмәт тормош алып барған, рухлы, һәр яҡлап өлгө булырҙай апай-инәй­ҙәребеҙ төрлө аралашыу, шөғөлдәре менән бүлешеү сәғәттәренә, кисәләргә ихлас йөрөй. Сираттағы сара – “Иҫкесә Яңы йылды ҡаршы алайыҡ” кисәһе лә бик күңелле уҙҙы. Ҡатнашыусыларыбыҙ, совет заманында тыуып үҫеп, тәрбиәләнгән кешеләр, ул ваҡыттарҙағы Яңы йылды ҡаршы алыу йолаларын, тарихын иҫкә төшөр­ҙө. “СССР-ҙағы хаҡтар” викторинаһына яуап биреп, ҡыҙыҡлы әңгәмә лә ҡорҙолар. Әлбиттә, йәшлектәрен иҫкә төшөрөп, йырлап-бейеп тә алдылар. Үҙенсәлекле һәм күңелле байрам булды.

Рина ӘХТӘМОВА,
Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауыл
мәҙәниәт йорто мөдире:
– Үтеп киткән байрамдарҙы беҙ ҙә иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторорға тырыштыҡ. Клубыбыҙҙа “Умырзая” театр коллективы эшләп килә. Уны мин етәкләйем. 25 йыл мәктәптә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, мәҙәниәт тармағына күстем дә, хәҙер инде өсөнсө йыл халыҡҡа спектаклдәр әҙерләп күрһәтеп йөрөйбөҙ. Коллективта – тиҫтәнән ашыу кеше, башлыса урта йәштәрҙәге һәм өлкәндәр. Бик әүҙемдәр, дәртлеләр, күрше ауылдарға ла барып ҡуябыҙ. Күберәк комедияларҙы һайларға тырышабыҙ, халыҡҡа бик оҡшай. Яңы йылға ла балалар өсөн әкиәти формала “Төлкө нисек әтәс урлаған?” тигән тамаша әҙерләнек. Байрам осоронда уны үҙебеҙҙә генә күрһәтеп ҡалманыҡ, башҡа ауылдарға ла алып барҙыҡ.
Әле мартта буласаҡ “Театр яҙы” район конкурсында ҡатнашыу өсөн әҙерлек эштәрен башларға торабыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне