RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәҙәниәт усағы асылды - күңелдәрҙә дәрт артты

15.09.2016 Мәҙәниәт усағы асылды - күңелдәрҙә дәрт артты

Мәҙәниәт усағы асылды - күңелдәрҙә дәрт артты
Ошо көндәр Ишембай районында байтаҡ шатлыҡлы ваҡиғалар менән иҫтә ҡалды. Кинйәкәй ауылы да яҡташтарға һөйөнсөләй ала - бында мәҙәниәт йорто асылды!
Мәҙәниәт усағы, бигерәк тә ауыл ерендә, халыҡ дәртен, ниҙәр менән йәшәүен билдәләүсе усаҡ булып тора. Уның дөрләүенән халыҡ күңеленең бөтөнлөгөн баһаларға була. Йәшереп тораһы түгел, былтыр йәйгеһен клуб янып юҡҡа сыҡҡандан һуң кинйәкәйҙәр күңеле арыу кителде. Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы асылған күркәм обелиск янында бура бинанан ҡоро нигеҙ һерәйеп ҡалыуын күреү аяныс ине.
Хәлдән сығыу юлын хакимиәт, халыҡ бергә эҙләне. Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектын тормошҡа ашырыла башлауы ҙур өмөттәр уятты.
Бер йыл үтеүгә халыҡ өмөтө аҡланды – мәктәп бинаһының ярты яғы үҙгәртеп ҡоролоп, айырым күтәрмә, инеү урыны менән мәҙәниәт йорто булараҡ ишектәрен асты. Эйе, ҙур яңы бина ҡалҡып сыҡманы, әммә иҡтисади еңел булмаған осорҙа ла оло эш атҡарып сығыу әмәле табылды. Ауылдаштар үҙҙәре әйтмешләй, түшәмдәре бейек, яҡты бинала сәхнә лә күркәмерәк тойола. Хәҙер барыһын һыйындырған мәктәп бинаһы ауыл өсөн комплекслы үҙәк ролен үтәй. Быйыл бында үтә иҫкергән йорттан китапхана ла күсенгән. Уҡыусы балалар аҙ булыуы көйөндөрһә лә, ауылдың йөрәк тибешен һаҡлаған мәктәп бинаһының әһәмиәте тағы ла артыуын күрәбеҙ.
Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы барыһы өсөн күптән көтөлгән байрамға әүрелде. Оло йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа ҡунаҡтар менән бергә түргә үтә һалды. Их, һағынған кинйәкәйҙәр сәхнәне! Ғүмер буйы ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәгән Алаҡай, Тирмән-Йылға, Скворчиха һәүәҫкәрҙәре лә шатлыҡты уртаҡлашырға килеп еткән. Ауыл советы хакимиәте башлығы Гүзәлиә Бардовская барыһын ошондай матур ваҡиға менән ҡотлап, ремонт эше, байрамды ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән ауылдаштарға рәхмәт әйтте. Ҙур байрамдарға хас изге йола ла атҡарылды - ғүмер буйы ер, урман эшендә бил бөккән ололар ҙурланды, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡандар иҫтәлекле бүләктәр, Рәхмәт хаттары менән тәбрикләнде. Илле йылдан ашыу бергә татыу тормош көткән, олғайғансы малсылыҡта тырышҡан Рәйсә инәй һәм Абдулхай ағай Алтынбаевтар ҙа айырым рәхмәт һүҙҙәре ишетте. Биш бала үҫтереүсе Гөлназ һәм Фәрғәт Кәлимуллиндар иһә әлеге заманда күптәргә өлгө. Ауырлыҡтарға һылтанмай, татыулыҡта бынамын тигән балалар тәрбиәләйҙәр. Улар ише ғаиләләр арабыҙҙа күберәк булһа, ауыл мәктәптәре лә ябылмаҫ ине, әлбиттә.
Ҡунаҡҡа килгән район һәм ҡала буйынса халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү бүлексәһе етәксеһе Сәфиулла Ғәйнуллин үҙенең Кинйәкәйҙә ауыл хужалығын етәкләгән осорҙо, иңгә-иң терәшеп эшләгәндәрҙе хәтерләп, бөгөн олғайышҡан апай-ағайҙарға һаулыҡ, именлек теләне, мәҙәниәт йортоноң гөрләп тороуы, ауылда бергәләп матур эштәр башҡарыу йәштәр иңендә булыуын билдәләне. Ә быға ныҡлы ышаныс бар: ҡулынан эш килгән, дөйөм ауыл хәстәрен аңлай белгән Илшат Хәсәнов, Ирек Мирасов, Марат Хәйбуллин, Финат Ғизәтуллин кеүек ир-егеттәр булғанда, мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхананы бер төптән эшләтеүсе Вәлимә Йомағолова, Резеда Ғафарова, Ильвира Хәсәнова, Райхана Йәһүҙина кеүек уңғандар барҙа шулай тип әйтеп була. Форсаттан файҙаланып, ауыл биләмәһе хакимиәтенә көнүҙәк һорауҙарҙы, теләктәрен еткереүселәр ҙә булды. Әлбиттә, ауылда байрамдар ҙа, халыҡ менән етәкселектең эшлекле осрашыуҙары ла булып торһон ул.
Ауыл таланттарға бай. Башҡортостан телевидениеһында уңышлы эшләп, әле сабыйын үҫтергән Лилиә Кинйәбаеваның, һәр яҡтан булдыҡлы кескәй Яҙгөл Хәйруллинаның бейеүен, Кинйәкәй һандуғасы Раушания Хәмиҙуллина, ижади пар булып танылған Роза һәм Сибәғәт Ғәлиндар, Фирҙәүес Зәмзинаның йырҙарын ишеткән ауылдаштар күңелендә иң матур хистәр уянды. Күптәре йәш саҡтарын, ауыл клубында гармун моңо тынмаған йылдарҙы хәтерләне.
Ә сағыштырмаса бәләкәй генә ауылда ҙур эштәр ойоштороп, “Гөрләүек” ансамбле эшен йылдан йыл күтәреп килгән алаҡайҙарға айырым рәхмәт. Уларҙың йыр-бейеүе ысындан да байрам күстәнәсе булды. Райондың мәҙәниәт бүлеге вәкиле ауылдарҙа мәҙәни усаҡты дөрләтеүселәргә артабан да уңыштар теләп, рәхмәт хаттары тапшырғанда ауылдаштар ихлас ҡул сапты.
- КВН булһынмы, башҡа саралармы, алаҡайҙар менән бергә кәңәшләшеп ойошторорға тырышабыҙ. Хәҙер балҡып торған мәҙәниәт йортобоҙ булғас, ауылдаштарҙа дәрт тә бермә бер артыр тип ышанам. 21 сентябрҙә “Далан” төркөмө килергә тора. Ҙур артистарҙы үҙебеҙҙә күрә алыу үҙе бер шатлыҡ, -ти мәҙәниәт йорто директоры Вәлимә Йомағолова.
Яйлап мебель-фәлән алыуға, йыйылышып кино, йәнһүрәт ҡарау өсөн проектор булырына ла өмөтләнә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Алға билдәләгән эштәре лә байтаҡ, олоһоноң күңеленә ятыр, йәштәрҙе әхлаҡҡа әйҙәр спектаклдәр ҙә ҡуйырға ниәтләйҙәр.
Йыр йәшәгән мәҙәниәтле ерҙән ырыҫ-бәрәкәт китмәҫ. Ә дәртен һүндермәгән, тыуған ерҙең киләсәге шунда йәшәүсе ул-ҡыҙҙар тырышлығына, берҙәмлегенә бәйле булғанын аңлаған халыҡтың киләсәге өмөтлө.
Эльвира ӘЛМӨХӘМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне