RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Уңғанбикәләрҙең өҫтәле лә һыйға мул

01.09.2016 Уңғанбикәләрҙең өҫтәле лә һыйға мул

Уңғанбикәләрҙең  өҫтәле лә һыйға мулЙәйен-көҙөн уңған хужабикәләр­ҙең үҙ хәстәре: емеш-еләкте йыйып, ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма-компотын, ҡағын, джемын-повидлоһын, баҡсалағы йәшелсәһенән салаттар, ашҡа тәмләткестәр әҙерләп ҡалырға тырышалар. Кемдер барыһын турап-ваҡлап, туңдыр­ғыста ғына һаҡлауҙы ҡулай күрә. Ни тиһәң дә, үҙҙәренсә ҡышҡа әҙерләнәләр. Ҡышҡыһын йәшелсә-емешкә хаҡ икеләтә артып киткәндә, уларҙың файҙаһы, ысынлап та, бик ҙур. Өҫтәүенә, тәмле лә. Әле баҡсала помидорҙың өлгөрөп еткән мәле, кишер менән сөгөлдөр ҙә үҫкән, кемдеңдер ташҡабағы ла барҙыр әле. Бөгөн бер нисә салат рецебы тәҡдим итмәксебеҙ.

Дөгөлө салат
800 г татлы борос, 400 г ташҡабаҡ, 800 г помидор, 1 стакан дөгө, 100 г шәкәр, 1 ҡалаҡ тоҙ, 50 мл аш һеркәһе.

Боросто – орлоғонан, ҡабаҡты ҡабығынан, орлоҡтарынан таҙартып, оҙонсалап турарға. Помидорҙы ҙур булмаған шаҡмаҡтарға тураҡларға. Ҙур кәстрүлгә бөтә йәшелсәне, дөгөнө һәм башҡа компоненттарҙы һалып, болғата-болғата ҡайнатып сығарырға һәм талғын утта 30 – 35 минут бешерергә. 3 – 5 минут ҡалғас, аш һеркәһе өҫтәргә. Салат әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡасын ябып, юрған аҫтына һыуытыр­ға ҡуйырға.

Маринадланған кәбеҫтә
2 кг кәбеҫтә, 2 – 3 ҙур ғына кишер һәм сөгөлдөр, 1 баш һарымһаҡ.
Маринад өсөн: 1 литр һыуға бер ҡалаҡ көнбағыш майы, 2/3 стакан 9 процентлы аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ тоҙ.

Кәбеҫтәне оҙонсалап турап, һуты сыҡҡансы ҡул менән ыуырға. Кишер менән сөгөлдөр­ҙө ҡырғыстан үткәрергә, һарымһаҡты ла ваҡларға.
Маринад өсөн һыуға көнбағыш майын, аш һеркәһен, тоҙ һәм шәкәрҙе ҡушып ҡайнатыр­ға. Кәбеҫтәгә кишер менән сөгөлдөрҙө, һарымһаҡты ҡушып, әҙер маринадты ҡойоп, ҡапҡас ябып, өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйып, төнгөлөккә ҡалдырырға. Иртәгәһенә банкаларға тултырып, ҡапҡасын ябып, һыуытҡысҡа ултыртырға. Бындай салатты бер юлы күп итеп түгел, йыл дауамында әҙ-әҙләп эшләргә лә була.

Лечо
2 кг татлы борос, 2 кг помидор, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 6 – 8 бүлкәт һарымһаҡ.
Маринад өсөн: 200 мл һыу, 300 мл үҫемлек майы, 80 г тоҙ, 200 г шәкәр, 6 мл 9 процентлы аш һеркәһе.

Боросто дүрт өлөшкә бүлеп, турарға. Помидорҙы ҡайнар һыуға тығып алып, тышын һыҙырып, ваҡ ҡына киҫәктәргә турарға. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрергә. Һуғанды ярым түңәрәк итеп, һарымһаҡты өлөшләп турарға. Йәшелсәләр әҙер булғас, кәстрүлгә һыу, үҫемлек майы ҡойоп, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе ҡушып, яҡшы итеп бутағандан һуң ҡайнатырға ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, кишер һалып, ун минут быҡтырырға, шунан һуған һәм борос өҫтәп, 10 минут быҡтырып, помидорҙы һалғандан һуң тағы 30 минут утта тотор­ға. Бер нисә минут ҡалғас, һарымһаҡ өҫтәргә.
Әҙер лечоны стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән нығытып ябып, баш түбән әйләндереп ҡуйырға.

Бәшмәкле салат
1,5 кг бәшмәк, 1 кг помидор, 1 кг татлы борос, 0,5 кг башлы һуған, 700 г кишер, 150 г шәкәр, 50 г тоҙ, 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе, 300 мл көнбағыш майы
.
Салат тәмле һәм матур булһын өсөн ныҡ, таҙа бәшмәктәр кәрәк. Уларҙы таҙартып, матур итеп йыуып, турап, өҫтөнә һыу ҡойоп, 5 – 10 минут ҡайнатырға. Артабан тишекле сүмес аша һөҙөп, һалҡын һыу менән сайҡатыр­ға һәм ҡоро табаға һалып, артыҡ һыуы бөткәнсе бутай-бутай утта тоторға. Помидор менән татлы боросто үҙегеҙгә нисек оҡшай, шулай турарға. Һуғанды түңәрәкләп ҡырҡырға, кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә. 5 – 7 литрлыҡ кәстрүлгә көнбағыш майы ҡойорға, бер аҙ ҡыҙҙырғас, помидорҙы һалыр­ға. 5 минуттан һуң татлы боросто, һуғанды, кишерҙе һәм бәшмәкте ҡушырға. Шәкәр, тоҙ өҫтәп, талғын утта 45 – 60 минут болғата-болғата ҡайнатырға. Кемдәр әсе ярата, әсе борос ҡушырға мөмкин. Һуңынан аш һеркәһе өҫтәп, тағы ла биш минут ҡайнатырға. Банкаларға һалып, ябырға ғына ҡала.

Помидор салаты
1 литр һыуға 1 ҡалаҡ тоҙ, 3 ҡалаҡ шәкәр алына.
Помидорҙы йыуып, һыуы һарҡҡандан һуң уртаса ҙурлыҡтағы киҫәктәргә ҡырҡҡылап, стерилләнгән банкаларға тултырып, өҫтөнә әҙер маринадты ҡойорға. һыулы кәстрүлгә ҡуйып, 15 минут стерилләргә һәм ҡапҡасын нығытып ябырға.

Маринадланған борос
5 кг ҡыҙыл татлы борос кәрәк. Маринад өсөн бер литр һыуға 1,5 стакан үҫемлек майы, 2 ҡалаҡ 70 процентлы аш һеркәһе эссенцияһы, 0,5 стакан тоҙ, һарымһаҡ, петрушка.

Боросто урталай ҡырҡып, ҡайнап торған маринадҡа һалып, 2 минут ҡайнатырға. Шунан петрушка, иҙелгән һарымһаҡ өҫтәп, тағы бер минут утта тоторға. Йәшелсәне стерилләнгән банкаларға тултырып, өҫтөнә маринад ҡойоп, эҫе һыуҙан алынған ҡапҡас менән нығытып ябырға.

Томат соусындағы ташҡабаҡ
5 кг ташҡабаҡ, 2 литр томат һуты, 2 стакан шәкәр, бер ҡалаҡ тоҙ, 200 мл үҫемлек майы, 150 мл 9 процентлы аш һеркәһе, бер балғалаҡ ҡыҙыл борос, 2 баш һарымһаҡ, бер аҙ петрушка.

Йәшелсәне йыуып, остарын ҡырҡып, 1 см ҡалынлығында түңәрәктәргә турарға. Һәр банканың төбөнә бер аҙ петрушка һалғандан һуң өҫтөнә ташҡабаҡ һалырға. Артабан соус әҙерләргә. Бының өсөн кәстрүлгә томат һуты ҡойорға (һут булмаһа, 0,5 кг томат пастаһын 1,5 литр һыу менән шыйыҡлатып алырға мөмкин). Шәкәр, тоҙ, үҫемлек майы, аш һеркәһе, һарымһаҡ һәм борос өҫтәп, 10 минут ҡайнатырға. Килеп сыҡҡан соусты эҫе килеш ташҡабаҡ өҫтөнә ҡойоп сыҡҡандан һуң банкаларҙы 25 минут стерилләргә. Шунан ҡапҡастарын нығытып ябып, баш түбән әйләндереп, таҫтамал менән урап, тулыһынса һыуынғансы тоторға.

Соус
1 кг помидор, 3 алма, 2 кишер, бер балғалаҡ тоҙ, бер балғалаҡ шәкәр, ике ҡалаҡ аш һеркәһе, тәменсә борос һәм һарымһаҡ.

Помидор, кишер, таҙартылған алманы ит үткәргес аша үткәреп, тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе ҡушып бешерергә ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 20 минут үткәс, иҙелгән һарымһаҡ һәм борос өҫтәп, яҡшы итеп болғатырға. Соус әҙер булғас, банкаларға тултырып, һыулы кәстрүлдә стерилләргә һәм ҡапҡасын нығытып япҡандан һуң 12 сәғәткә баш түбән әйләндереп ҡуйырға.
һалҡын һәм ҡараңғы урында һаҡларға.

"Ҡар аҫтындағы" помидор
Бешкән һәм ҡаты ғына йәшелсәне йыуып, стерилләнгән банкаларға тултырырға. Тәмләткестәр һалмаҫҡа, тик һәр береһенең өҫтөнә берәр ҡалаҡ ҡырғыстан үткәрелгән һарымһаҡ ҡына өҫтәп сығырға. Һарымһаҡ помидор өҫтөнә ҡар һибелгән кеүек матур булып тора.
Маринад өсөн 1,5 литр һыуға бер ҡалаҡ тоҙ, 150 г шәкәр алына. Барыһын бергә ҡушып ҡайнатырға. Ҡайнап сыҡҡан маринадты банкаларға ҡойоп, һәр береһенә берәр балғалаҡ 70 процентлы аш һеркәһе эссенцияһы өҫтәргә. Артабан ҡапҡастарын нығытып ябып, банкаларҙы баш түбән әйләндереп, ҡаплар­ға.

Ташҡабаҡтан лечо
1,5 кг ташҡабаҡ (ҡабығы ҡаты булһа, таҙартырға), 1 кг кишер, 0,5 кг һуған, 1,5 кг татлы борос, бер баш һарымһаҡ, 0,5 стакан үҫемлек майы, 300 г томат пастаһы, бер стакан шәкәр, бер балғалаҡ ҡыҙыл борос, бер стакан рафинадланмаған үҫемлек майы, 50 мл 9 процентлы аш һеркәһе, бер литр һыу, 3 – 4 балғалаҡ тоҙ.

Помидорҙы ҡайнар һыуға тығып алып, тышын әрсергә һәм ит үткәргестән үткәрергә. Һыуға үҫемлек майы, томат пастаһы, тоҙ, шәкәр, әсе борос, борсаҡлы борос ҡушып бутап, бешерергә. Ҡайнап сыҡҡас, утын кәметеп, помидорҙы һалып, тағы 15 минут тоторға. Һуңынан кишер һалып, 10 минут быҡтырырға. Боросто һалғас, йәнә 10 минут бешерергә, һуған менән һарымһаҡ өҫтәп, тағы 10 минут ҡайнатырға. Ташҡабаҡты ҡушҡас – 5 минут, аш һеркәһе өҫтәгәс, йәнә ун минут бешерергә. Артабан барыһын бергә тағы 30 минут талғын утта тоторға.
Бер аҙ һыуынғас, әҙер лечоны стерилләнгән банкаларға тултырып, ябырға. Һаҡлау ваҡыты – алты ай.

Ассорти
Өс литрлыҡ банкаға 7 – 8 ҡыяр, 2 – 3 һуған, 4 – 5 бүлкәт һарымһаҡ, ташҡабаҡтың, кәбеҫтәнең бер нисә эре киҫәге, татлы борос, бер ҙур булмаған кишер, петрушка тамыры, бер нисә киҫәк керән, 2 – 3 помидор һалына.

Маринад өсөн 1,5 литр һыуға 4 ҡалаҡ шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ һалып ҡайнатырға. Ҡайнап сыҡҡас та ярты стакан 9 процентлы аш һеркәһе өҫтәргә һәм йәшелсәләрҙе банкаларға тығыҙлап тултырғандан һуң әҙер маринадты ҡойорға. һыулы кәстрүлгә ултыртып, 15 минут стерилләгәс, ҡапҡастарын нығытып ябырға.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне