RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Үҙ хеҙмәтебеҙҙең йәмен тойоп йәшәйбеҙ” (8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө)

08.07.2016 “Үҙ хеҙмәтебеҙҙең йәмен тойоп йәшәйбеҙ” (8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө)

“Үҙ хеҙмәтебеҙҙең йәмен  тойоп йәшәйбеҙ” (8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө)
Ғафури районының Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Зилә һәм Илдус Иҙрисовтар ике тиҫтәгә яҡын эре мал, күпләп умарта тота

Әгәр ҙә өлгөлө һәм эшлекле ғаиләләр тураһында һүҙ сыҡһа, Сәйетбаба ауылында тәүгеләрҙән булып Дәминевтар урамында йәшәүсе Зилә һәм Илдус Иҙрисовтарҙы телгә алалар. әйтеүҙәренсә, уларҙың хеҙмәттә лә һынатҡаны юҡ, шулай уҡ донъялары ла ялт итеп тора. Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетында уҡып, ҡулына диплом алғандан бирле туған мәктәбендә эшләй. Ауыл балаларында туған телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә, рухи байлыҡтарын үҫтереүгә бар белемен һәм оҫталығын һала. Тырыш хеҙмәте өсөн уға “Башҡортостандың мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелгән. һуңғы йылдарҙа алдынғы педагог үҙ иңенә оло яуаплылыҡ алған – уны мәктәптең уҡыу-уҡытыу эштәре бүлеге мөдире итеп ҡуйғандар.

Белем усағында бар күңелен һалып эшләгән, балаларға ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы булған ауыл мөғәллимәһе ғаиләһенән дә уңған. Ире Илдус ғәйзулла улы менән заманында мәктәптә бер синыфта уҡыған. Йәштән үк күңелдәрендә янған ғишыҡ утын һис тә һүрелтмәгәндәр. Сәстәрен сәскә бәйләгәндән һуң, улар 21 йыл бергә матур ғүмер кисерә. әйткәндәй, бөгөн ир уртаһына аяҡ баҫҡан йорт хужаһының ҡулынан килмәгән эше юҡ. Тиҫтә йылдан ашыу ул ауыл дауаханаһы гаражындағы “Тиҙ ярҙам” машинаһында водитель булып эшләгән. һуңғы осорҙа инде ирекле хеҙмәттең тәмен татып ҡараған. Сөнки ихаталағы ишле малды ҡарарға, ваҡ хужалыҡты алып барырға ла кәрәк. Ярай, Илдустың ҡулында ерҙә үҙ аллы эшләү өсөн техниканың күп төрө бар. Хатта ул универсаль “Беларусь” тракторы менән ҡыҙыу эш осоронда ауылдаштарына ярҙам күрһәтергә лә өлгөрә.
– Бесәнде ихаталағы бер көтөү малға элекке ваҡыттағы кеүек ҡул көсө менән генә әҙерләп еткереп булмай. Шуға пресс-йыйғыс машина һәм КУН – 10 агрегатын да алып ҡуйҙым, – ти ул. – Хәҙер йәшел рулондарҙы ташып ҡына алабыҙ. ә һөрөнтө ерҙәрҙе хосусилаштырғанда беҙгә өс пай эләкте. Шул 7,5 гектар майҙанда люцерна һәм баҫыу күстерәһен үҫтерәбеҙ. Уңайлы килгән йылда күп йыллыҡ үләндәрҙең уңышын ике тапҡыр сабып алырға була. ҡатнаш аҙыҡты ғына һатып алабыҙ. Тик элек ҡулдан алынған “Беларусь” тракторы ныҡ иҫкерҙе, шуға уны яңыртырға иҫәп тотам. Үкенескә күрә, техника алыу өсөн шәхси хужалыҡтарға бер ниндәй ҙә грант бирелмәй. Бәлки, киләсәктә миңә лә шәхси эшҡыуар булып теркәлеү яғын ҡарарға кәрәктер...
Ит, һөт продукцияһын күп етештергән шәхси хужалыҡта эре мал һанын ғына ла 18 башҡа еткергәндәр. әлбиттә, алты һыйырҙы һауыу көн дә мәктәптә уҡыу-уҡытыу эшенән айырыла алмаған хужа ҡатынға бер ҙә еңелдән түгелдер.
– Уның ҡарауы, һауылған һөттө эшкәртеүгә көстө аҙ түгәм, – ти ул. – Үҙебеҙҙең ихтыяждан артып ҡалған продукцияны әҙерләүселәргә тапшырам. әлеге ваҡытта көнөнә уларға 30 – 40 литр аҡ ҡоям. Ошоға тиклем килограмын 12 һум менән алғайнылар. Йәйге миҙгелдә айына 10-ар мең һумлыҡ һөт һатабыҙ. Тик шул эште үҙ ҡулына алған ауыл эшҡыуарҙары беҙгә аҡсалата түләмәй, һөт һатҡан өсөн уларҙың магазинынан онон-шәкәрен, башҡа төр тауар­ҙарын алабыҙ.
Сәйетбаба яҡтарында һөт йыйыуҙа йәшәп килгән шул тәртипте бер ҙә маҡтап булмай. әгәр халыҡ менән аҡсалата иҫәпләшһәләр, шәхси хужалыҡтар ҙа һөт малсылығы менән шөғөлләнеүҙең файҙаһын нығыраҡ тойор ине.
Эшһөйәр Иҙрисовтар үҙ хужалығында һуғым малы һимертеүҙе лә кәсеп итеп алған. Ләкин был осраҡта ла улар итте үҙҙәре баҙарға сығарып һатырға күнекмәгән. әйтеүҙәренсә, тейешле кондицияға еткерелгән малды тереләй ауырлыҡта ситтән килгән сауҙагәрҙәргә биреп ебәрәләр икән. Был бит күрәләтә үҙ табышыңдың ярайһы ғына өлөшөн юғалтыу тигән һүҙ. Бөгөн ит продукцияһына баҙарҙа хаҡтарҙың яҡшы булыуын иҫәпкә алғанда, үҙҙәре һуйып һатмағас, Иҙрисовтарҙың бер баш малдан ғына ла 15 – 20 мең һум аҡсаны алып еткермәүе күренеп тора.
– һеҙҙең һүҙҙәрҙә хаҡлыҡ бар, нишләп­тер беҙ үҙебеҙҙең продукция менән баҙарға сығып алыш-биреш итергә өйрәнмәгәнбеҙ, – тип ҡуйҙы Илдус ғәйзулла улы үҙе лә шул хаҡта һөйләшеп ултырғанда.
Хәйер, хужалыҡ күп тармаҡлы булғанлыҡтан, йорт хужаһының баҙар хәлдәренә үтеп инергә ваҡыты ла ҡалмай торғандыр. Иҙрисовтар инде байтаҡтан умартасылыҡ менән дә ныҡлап шөғөлләнә икән. Продуктлылыҡты арттырыу өсөн үҙҙәренең ҙур ғына умарталығын йәй йүкә урманына алып сығалар, уңайлы килгән йылдарҙа шифалы балды тонналап та һурҙыртып алалар. ә беҙҙең яҡтарҙа етештерелгән был татлы ризыҡ үтемле тауар һанала. Иҙрисовтар ҙа умартасылыҡтан ингән табыш иҫәбенә ғаилә бюджетын ярайһы ғына тулыландырып тора.
Тынғыһыҙ тормошҡа өйрәнгән Илдус Ғәйзулла улының балтасы тигән даны ла бар. Шуға бура бурап һатыу ҙа – уның яратҡан бер шөғөлө. Хужабикә әйтмешләй, ҡыш утын әҙерләп һатһынмы – уның бер ҙә буш йөрөгәне юҡ.
– әле пилорама алырға йыйынабыҙ, – ти Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы. – Иптәшем ағас эшкәртеп, таҡта бысып һатыуҙы тағы бер кәсепкә әйләндерергә теләй. Юғиһә күп ағас материалын өй күтәргән, йорт ҡаралтыларын яңыртҡан кешеләр ситтән ҡайтарырға мәжбүр.
Үҙҙәренең уңғанлығы һәм тырышлығы менән иркен тормошта йәшәгән Иҙри­совтарҙың күп балалы ғаилә булыуын да телгә алып үтергә кәрәк. Оло улдары Илназ ил алдында хәрби бурысын үтәп ҡайтырға ла өлгөргән. Ул Алыҫ Көнсығышта танкист булып хеҙмәт иткән. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ химия-технология колледжына уҡырға ингән. әлеге көндә “Красноусол” шифаханаһында эшләп йөрөй. Уҡыуын тамамлағас, үҙ бәхетен эҙләп, Себер яҡтарына сығып китмәксе. Өйҙә инде ата-әсәһенең ҡул араһына ингән Сыңғыҙ быйыл 4-се синыфта һабаҡ алған. ғаиләлә иң кесе бала – алты йәшлек Азалия яҡын кешеләренең тик йылы наҙын тойоп үҫә. Ул көҙөн 1-се синыфҡа барырға йыйына. әле үк уҡый һәм яҙа белә. Зирәк ҡыҙ быйылғы район конкурсында “Урал батыр” эпосынан 250 юлды яттан һөйләп, унан тәүге дипломын алып ҡайтҡан.
– Беҙ ғаиләбеҙ менән сәләмәт йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк бирәбеҙ, – ти хужа ҡатын. – Улдарым, аталарына оҡшап, спорт ярата. Илдус йәшерәк сағында милли көрәштә үҙен танытҡайны. Илназыбыҙ саңғы спортында тәүге еңеүҙәрен яуланы. Сыңғыҙ еңел атлетикала үҙ көсөн һынап ҡарай. Ул шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йорто янындағы бейеү түңәрәгенә йөрөргә лә ваҡыт таба. Беҙҙең бурыс – һөйөклө балаларыбыҙҙың барыһына ла яҡшы тәрбиә биреү. Бөгөн иһә һәр ҡайһыбыҙ шәхси хужалыҡты үҫтереүгә, ит, һөт һәм башҡа төр продукцияны күберәк етештереүгә үҙ көсөн индерә. Шуға ла беҙ был тормошта үҙ хеҙмәтебеҙҙең йәмен һәм матур емешен тойоп йәшәйбеҙ.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Ғафури районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне