RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... (8 июль)

08.07.2016 Ә беҙҙең ауылда... (8 июль)

Ә беҙҙең ауылда... (8 июль)
Был аҙнала беҙ Бөрйән, Әбйәлил райондарынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Фирғәт ИСТӘКОВ, ауыл депутаты,
Баймаҡ районы, Сәйғәфәр ауылы:
– Ауылыбыҙ гөр килеп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына әҙерләнә. Һәр кем йорт-ҡураһын төҙөкләндерә, буяй, матурлай. Халыҡ был эшкә шул тиклем дәррәү тотондо. Кисә байрам үтәсәк урынды әҙерләү буйынса өмә ойошторҙоҡ. Олоһо ла, йәштәре лә – утыҙлап кеше сыҡты. Сәхнәне, волейбол уйыны, ат сабышы өсөн урын әҙерләнек, ҡолға ҡуйҙыҡ. Унан бер көн алда ауыл осона ауылдың исеме яҙылған 7,5 метр бейеклегендәге стела урынлаштырҙыҡ. Ул әллә ҡайҙан күренеп тора. Бөгөн урамдарҙағы асфальт юлды төҙөкләндерергә йыйынабыҙ. Был эшкә ауыл хакимиәте 100 мең һум аҡса күсерҙе, әле асфальт килтергәндәрен көтәбеҙ.
Байрамды үткәреүгә бағыусы ауылдаштарыбыҙ Рауил Иҫәнов, Рауил Назаров, мәктәптең тәүге директорының туғандары Аҙнабаевтар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Байрам программаһы бик бай: иң беренсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, сәйәси золом ҡорбандарына ҡуйылған һәйкәлдәргә һәм мәктәптәге стелаға сәскә һалыу, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, аят менән байрамды асып ебәреү, йолалар күрһәтеү, концерт, ат сабышы, көрәш, волейбол, һырғауылға үрмәләү һ.б. йола буйынса һабантуйҙа үткәрелгән ярыштар һәм уйындар үтәсәк. Шулай уҡ ауылда иң өлгөлө йорттарҙы һәм урамдарҙы билдәләп, бүләкләү ҙә ҡаралған. Байрам беҙҙә быйыл өсөнсө тапҡыр ойошторола, матур һәм күңелле үтер, тип ышанабыҙ.

Гүзәл СӘҒИТОВА,
Бөрйән районы, Яңы Монасип ауылы:
– Ауыл үҙ тормошо менән йәшәй. Кем еләккә йөрөй, кем бесәнгә төшкән, икенсе ҡатҡа картуф күмеүселәр ҙә бар. Ҡош-ҡорт үҫтерәләр, ҡатын-ҡыҙҙар еләк йыя. Быйыл еләк уңған: ҡайын еләге лә бар, ер еләге лә. Егәрлеләр үҙҙәренә генә түгел, һатыуға ла йыя. Ҡайын еләгенең биш литрлыҡ биҙрәһен 1000 һумға һаталар.
Йәйҙең иң ҡыҙыу, иң матур мәле. Көндәр ҙә йылы, матур тора. Балалар һыу инеп рәхәтләнә. Йылға буйлап ағыусы туристар ҙа күп. Үҙенә күрә ауылда төрлө саралар ҙа үтеп тора. Яңыраҡ ҡына Гөлсөм Бикбулатова менән Вилдан Яруллиндың концерты булды. Яңы төҙөлә башлаған мәсет янында ауыл халҡы ураҙа байрамын үткәрҙе.

Клара ЗӘЙТҮНОВА,
Әбйәлил районы, Яңы Балапан ауылы:
– Яңыраҡ ауылыбыҙҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Халыҡты берләштереүсе, туғандарҙы осраштырыусы бик күңелле сара булды. Ситтән ҡунаҡтар күп килгәйне. Төрлө ярыш­тар, уйындар ойошторолдо, кешеләр рәхәтләнеп ял итте, күңел асты. Сара ауыл имам-хатибының фатихаһынан һуң башланып китте. Сәриә апай Малыбаева ауыл халҡының тарихы менән таныштырҙы, “Шатлыҡ” балалар бейеү ансамбле матур концерт ҡуйҙы, һуңынан талантлылар сәхнә түрен биләне.
Ә байрамға әҙерләнгән ауылыбыҙҙы күрһәгеҙ – йорттар балҡып ултыра. Кешеләр аҡса юҡ тип торманы, береһенән-береһе уҙҙырып йорт-ҡураһын матурланы: яңы семәрле ҡапҡалар, профнастилдан ҡоймалар ҡуйҙырҙылар, буянылар, ҡыҫҡаһы, донъяларын яңырттылар. Бындай байрамдарҙы үткәреү шул яғы менән дә әһәмиәтле ул.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне