RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Быйылғы ярыш тамам! Алда бүләкләүҙәр көтөлә!

20.05.2016 Быйылғы ярыш тамам! Алда бүләкләүҙәр көтөлә!

Быйылғы ярыш тамам! Алда бүләкләүҙәр көтөлә!
Быйылғы ярыш тамам! Алда бүләкләүҙәр көтөлә!
Бөгөн, 20 майҙа Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының быйылғы ярышы тамамланды. Ошо айҡанлы "Йәшлек" редакцияһында БДУ-ның журналистика кафедраһы профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы гәзиттә сыҡҡан һәм әле баҫылып өлгөрмәгән эштәрҙе ҡараны, үҙенең ғәҙел фекерен әйтте.

Бөгөнгө ултырышта бик ҡыҙыу бәхәстәр яңғыраны. Конкурсҡа эштәрен ебәргән егет-ҡыҙҙар үҙҙәренең ижады менән халҡым, телем, ерем, илем тип янып-көйөүселәр икәнен күрһәтте. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы, саф идея-фекерҙәр, төрлө юҫыҡты күрһәткән уйҙар - былар барыһы ла конкурста ҡатнашырға теләгән егет-ҡыҙҙарҙың эштәрендә төп фекер ине.

2016 йылғы бәйгелә беренсе премияны “Үҙебеҙ һайлаған юл” ("Йәшлек", 20 май, 20-се һан) мәҡәләһе менән Гөлназ МОФАЗАЛОВА яуланы! Ул баш ҡалалағы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡый. 9 класта ғына булыуына ҡарамаҫтан, еңеүсе ҡыҙ йәшәйеш проблемаларын асып һала, унан сығыу юлдары эҙләй, барыһы ла үҙ ҡулыңда тигән уйҙар менән уртаҡлаша. Гөлназдың киләсәге бик өмөтлө, уға аҡ юлдар теләйбеҙ!

Икенсе премия ике кешегә бирелде. Тәүгеһе «Әгәр ҙә Салауат Юлаев тере булһа...(20 май, 20-се һан) мәҡәләһе өсөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында 11-се класта уҡыған Зәриә МОРАТОВАҒА тапшырылды. Ҡыҙ батырыбыҙ рухын хәҙерге менән бәйләгән, башҡорт халҡының юғалып ҡалмаясағына, рух көсөнә ышана.
Дыуан районы республика лицей-интернатындағы 10 класс уҡыусыһы Айһылыу ШӘРИПОВА ла Зәриәнән ҡалышманы. Ул "Мин сәләмәт тормош яҡлы!" (20 май, 20-се һан) тип исемләнгән яҙмаһында сәләмәт йәшәү рәүеше, спорт, йәмәғәт тормошона арналған тапҡыр уйҙары менән барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы.

Өсөнсө премияны өс кешегә өсөн тәғәйенләнде. Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылының Р.Солтангәрәев исемендәге гимназияла 11-сене тамамлаған Илүзә ВӘХИТОВА "Ерҙә кеше йәшәй икән, теле лә йәшәй..." (20 май, 20-се һан) тип исемләгән эшендә ауылдарҙың яҙмышы, белем биреүҙәге проблемалар тураһында әсенә. Саҡмағош районы Саҡмағош ауылы гимназияһының 11 класс уҡыусыһы Финат ЗАМАНОВ"Ысын тормошта йәшәйек" (31-се һан, 17 ноябрь) тигән мәҡәләһендә замана афәте - интернет, виртуаль тормош менән мауығыу тураһында бик тапҡыр итеп яҙған. Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһының 10 класс уҡыусыһы Ынйыгөл ИШБУЛАТОВА "Мин - россиянмын" мәҡәләһе Рәсәй һәм Башҡортостандың айырылмаҫ булыуын, илһөйәрлекте күрһәтә.

Конкурсҡа йәмғеһе 27 кеше үҙ эштәрен ебәрҙе. Уларҙың араһынан 22 кешенең ижады гәзит битендә донъя күрҙе. Ҡалған мәҡәләләр гәзитебеҙҙең сайтына һәм "Бәйләнештә"ге төркөмгә һалынасаҡ.

Түбәндәге исемлектә үҙҙәрен табыусылар төрлө номинацияларға лайыҡ булды. Улар «Йәшлек» гәзите редакцияһында (Өфө ҡалаһы, Октябрҙың 50 йыллығы урамы, 13, 8 ҡат, 815 бүлмә) иртәнге сәғәт 9-ҙан төшкө сәғәт 6-ға тиклем бүләктәрен һәм Маҡтау ҡағыҙҙарын ала алалар. Рәхим итегеҙ еңеүселәр!

Ә бына 1,2,3 премия алыусыларҙы "Йәшлек" гәзите журналистары Һуңғы ҡыңғырау көнөндә үҙҙәре барып ҡотлаясаҡ.

“Халҡым киләсәге” номинацияһында еңеүселәр:
1) Гүзәлиә Ғәлимова, Нуриман районы, Яңы Күл ауылы мәктәбе, 11 класс
2) Луиза Ғәлиуллина, Нуриман районы, Яңы Күл ауылы мәктәбе, 11 класс
3) Регина Ғималетдинова, Нуриман р-ны Яңы Күл мәктәбе, 10 класс
4) Ләйсән Ҡасимова, Өфө, 156-сы мәктәп, 10 класс
5) Светлана Мөхәмәтйәнова, Өфө, 156-сы мәктәп, 11 класс
6) Дилә Бадалова, Белорет районы, Шығай ауылы, 11 класс
7) Лилиә Нурумова, Илеш районы, Юғары Йәркәй ауылы, 10 кл.
8) Айнур Фәйзуллин, Салауат ҡалаһы, 18-се мәктәп, 10 класс
9) Миләүшә Мөхәммәтова, Ауырғазы районы Талбазы башкорт гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы
10) Гүзәлиә Рәхмәтова, Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауылы, 11 кл.
11) Нәсимә Кәримова, Ҡ.С.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты,10 кл
12) Диана Бикмөхәмәтова, Асҡын районы Ҡашҡа ауылы мәктәбе, 11 кл
13) Гөлдәниә Аҙнабаева, Мәләүез, Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы , 11 кл
14) Гүзәлиә Ғүмәрова, Учалы районы Комсомольск ауылы мәктәбе, 10 кл
15) Нилә Сәхәүетдинова, Учалы районының Ураҙ ауылы лицейы, 10 кл
16) Гүзәл Солтанова, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының 1-се мәктәбе, 9 кл
17) Альбина Халикова, Учалы районы Абҙаҡ мәктәбе 10 кл
18) Айгөл Яҡшымбәтова, Белорет, Я.Хамматов ис.башҡорт гимназияһы, 11 кл
19) Гөлнара Ибраһимова, Ауырғазы районы Талбазы башкорт гимназияһы, 10 кл
20) Илүзә Килдеғошева, Баймаҡ районы Әбделкәрим мәктәбе, 11 класс
21) Әлфиә Ғайсина, Ишембай ҡалаһындағы Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В.Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы, 10 класс,
22) Ғәзинур Иҫәнаманов, Салауат ҡалаһы, 19-сы мәктәп, 10 "А" кл










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне