RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... (20 май)

20.05.2016 Ә беҙҙең ауылда... (20 май)

Ә беҙҙең ауылда... (20 май) Был аҙнала беҙ Ишембай, Көйөргәҙе, Йылайыр райондарынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Миңзилә ФӘХРЕТДИНОВА,
Ишембай районы, Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы:
– Ауылыбыҙҙың мәҙәни тормошо гөрләп тора. Әле күптән түгел генә клуб мөдире Фәйрүзә Арыҫланғәлина менән берлектә ағинәйҙәр Кино йылына арнап “Кино таҫмаларында – халҡым тарихы” тигән сара ойошторҙоҡ. Унда башҡорт фильмдарының тарихы менән таныштырҙыҡ. Иң беренсе үҙебеҙҙең Ишембай районында төшөрөлгән “Салауат Юлаев” фильмы тарихына байҡау яһаныҡ, артабан башҡа башҡорт фильмдарына туҡталдыҡ. Бөгөн был өлкәлә уңышлы эшләп йөрөүсе актерҙар, режиссерҙар хаҡында ла онотманыҡ. Шулай уҡ районыбыҙҙан кинола ҡатнашыу бәхете тейгән кешеләрҙе иҫкә алып үттек. Улар – атаҡлы йырсы Мәүлитбай Ғәйнетдинов, Салауат Кирәев, Альберт Шаһиев һ.б. 22 йыл киномеханик булып эшләгән ауылдашыбыҙ Фәимә Зөфәр ҡыҙы үҙенең нисек итеп кино күрһәтеүе, ул заманда халыҡтың эркелеп клубҡа кино ҡарарға йөрөүе хаҡындағы ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Мин ошо темаға арналған викторина әҙерләнем. Ҡунаҡҡа Стәрле­тамаҡтан ағинәйҙәрҙе саҡырҙыҡ. Байрамыбыҙҙа шағирә Гөлнур Яҡупованың да ҡатнашыуы – беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Ул автографы менән үҙенең китаптарын таратты. Сара бик күңелле һәм фәһемле булды.

Роза ӘБЙӘЛИЛОВА,
Көйөргәҙе районы, Яҡут ауылы:
– Яҙ матур килде, һыу ташманы. Сәсеү эштәрен тамамланыҡ. Механизаторҙарыбыҙ Рәфил Ишдәүләтов, Хәсән Мираҫов, Рәүеф Әбйәлилов, Таһир һәм Әмир Ҡәҙерғоловтар был эште уңышлы атҡарып сыҡты. Ошо арала район һабантуйына әҙерләнәбеҙ. 9 Май – Еңеү байрамын да, йылдағыса, матур итеп үткәрҙек. Былтыр Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан мәҙәниәт йорто алдында һуғыш ветерандарына таҡтаташ асылғайны. Уны асыуҙа Себерҙә эшләп йөрөүсе ауылдашыбыҙ Мөхтәр Мөхәррәм улы Ялсыҡаевтың ярҙамы ҙур булды. 9 майҙа ошо таҡтаташ янына йыйылып, митинг үткәреп, концерт ҡуйып, һуғышта ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдыҡ. Күп ауылдарҙа һуғыш ветерандары ла ҡалманы, беҙҙә иһә 90-ды үткән Әхмәт Хәләф улы Дауытов иҫән әле. Быйыл уға фатирға сертификат тапшырҙылар.
Тағы бер ҡыуаныслы яңылығыбыҙ бар: Рәмзиә Әбйәлилова етәкселегендә ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр артистарынан ойошторолған фольклор төркөмө район мәҙәниәт йортонда үткән конкурста гран-при яулап ҡайтты. Тормош дауам итә, йәш ғаиләләр арта, Айнур Әбйәлилов исемле бөркөтөбөҙ Ейәнсура райо­нынан ҡыҙ һората барһа, Зилиә Әбйәлилова исемле һылыуыбыҙ Ишембайҙан яусы көтә. Ауылыбыҙ менән Илгиз Исламғолов атлы егетебеҙҙе хәрби хеҙмәткә оҙатырға әҙерләнәбеҙ. Бына шулай йәшәп ятабыҙ һәм дә йәйҙең имен, бәлә-ҡазаһыҙ килеүен көтәбеҙ.

Фәниә ИШБУЛАТОВА,
Йылайыр районы, Сидоровка ауылы:
– 15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арнап, клубта күңелле старт ойошторҙоҡ. Күп кенә ир-егет ҡырға китеп эшләргә мәжбүр булғанлыҡтан, спорт ярышында әсәйҙәр менән балалар ҡатнашты. Беренселек өсөн алты ғаилә көс һынашты. Һөҙөмтәлә гран-приға улдары Венер һәм Марсель менән Гөлсәсәк Ҡотоева лайыҡ булды. Беренсе урынға ҡыҙы Сәлимә менән Әлфирә Ҡотоева сыҡты. Ғөмүмән, сара күңелле һәм ойошҡанлы үтте, балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә уны бик оҡшатты. Айырыуса “күңелле поезд”, “ҡырҡаяҡ”, боулинг, кегли уйындары уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. һуңынан бергәләп фотоға төштөк.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө яҡынлаша. Был байрамды ла тәбиғәт ҡосағына сығып, бергәләп үткәреү матур йолаға әүерелгән. Быйыл да йә Ҡарға бутҡаһына, йә Кәкүк сәйенә сығырбыҙ, тип торабыҙ.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне