RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ә беҙҙең ауылда... 29 апрель

29.04.2016 Ә беҙҙең ауылда... 29 апрель

Ә беҙҙең ауылда... 29 апрельБыл аҙнала беҙ Ишембай, Йылайыр, Ҡырмыҫҡалы райондарынан хәбәрҙәр ҡа­бул иттек.
Дуҫтар, һеҙҙең дә әйтер һүҙҙәрегеҙ, ауыл тормошонан матур яңылыҡтарығыҙ, теләк-тәҡдимдәрегеҙ булһа, беҙҙең дежур телефонға шылтыратығыҙ – 8-965-923-20-00. Гәзи­тебеҙҙең электрон адресы: ye02@yandex.ru. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә – “Йәшлек” гәзите” төркөмө.

Риф ТИМЕРБУЛАТОВ,
Ишәй ауылы ветерандар советы рәйесе, Ишембай районы:
– Ишәй ауылы ветерандар советы ауылыбыҙ зыяратын тәртипкә килтереү буйынса ҙур экологик өмә ойошторҙо. Өмәгә йәше-ҡарты дәррәү ҡушылды. Көн дә эшкә ҡулай булды.
Ауылыбыҙ аҡһаҡалы – 85 йәшлек Рәүеф ағай Баһауетдинов, һәр саҡтағыса, өмәселәрҙе мәрәкәһе, йор һүҙе менән дәртләндерҙе. Өмәгә бер туғандар Венер һәм Айҙар Яхиндар, Альберт Ибраһимов үҙҙәренең тракторы менән ҙур ярҙам күрһәтте. Венер бысҡы менән ҡартайған ағас ботаҡтарын ҡырҡып биреп торҙо. Был көндә һәр кем үҙенең ихатаһы эргәһен дә тәртипкә килтерҙе. Ошондай уҡ өмәләр Әхмәр һәм Ҡанаҡай ауылдарында уҙҙы.
әлегә эш бының менән генә бөтмәй. 30 апрелдә Ишәй ауыл советы биләмәһенең бөтә ауылдарында ла өмәләр уҙасаҡ. Ауылдаштарҙы берҙәм эштә көтәбеҙ. тыуған ерҙе бергәләп күркәм, таҙа итәйек!

Алмас Күжәбәков, Йылайыр районы:
– Йылайыр районының Ҡашҡар ауыл мәҙәниәт йортонда “Әйләнә орсоҡ, әйләнә” тип аталған байрам үтте. Унда Ҡашҡар, Исҡужа, Ишбулды, Мәҡсүт, Яманһаҙ, Матрай, Байғужа ауылдарының “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары, ҡул эштәренә уңған ҡатын-ҡыҙҙар килде. Байрамға Хәйбулла районының Татырүҙәк ауылынан, район хакимиәтенән ҡунаҡтар саҡырылғайны. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да ҡул эштәре күргәҙмәһе һоҡландырҙы.
Ә матур итеп биҙәлгән сәхнәлә Ҡашҡар ауылының “Ағинәйҙәр клубы”нда шөғөлләнеүселәр кис ултырып, орсоҡ менән йөн иләү йолаһын күрһәтте. Байрамды дауам итеп, командалар ярышы ла үткәрелде. Унда Исҡужанан “Мираҫ”, Ҡашҡарҙан “Орсоҡ” һәм Мәҡсүт ауылынан “Бөҙрәкәй” командалары ҡатнашты. Ярыш төрҙәренә килгәндә, йөн тетеү, иләү, сиратыу, аяҡлау, әҙер йомғаҡтан берәй нәмә бәйләү кеүек ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторолдо.
Байрам йыр-моңһоҙ ҙа үтмәй. Береһенән-береһе матур тауышлы апай-инәйҙәр милли кейемдә сәхнәне биҙәп, йырланы. Сараның ҡәҙерле ҡунаҡтары булған Татырүҙәк ауылы ағинәйҙәре лә буш ҡул менән килмәгәйне. Улар йырлы сәләм күндереп, дәртле итеп бейеп тә алды. Ошондай байрамдар­ға саҡырып, оло хөрмәт күрһәткәне өсөн сараны ойоштороусыларға, район етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан да дуҫлыҡ күперен нығытыр өсөн үҙҙәренең сәхнәләрендә Йылайыр районы ағинәйҙәрен көтөп ҡалыуҙарын белдер­ҙеләр.

Наҙгөл Байрамова, Ҡырмыҫҡалы районы:
– Яңы Ҡыйышҡы ауыл мәҙәниәт йортонда бик матур сара уҙғарылды. Унда күрше Шишмә, Үтәгән ауылдары халҡы ла әүҙем ҡатнашты.
Йыйылыусылар алдында үҙәк район дауаханаһы гинекологы Винерита Саяпова, ауыл фельдшеры Әлфирә Бикташева сығыш яһап, фәһемле мәғлүмәттәр еткерҙе. Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге, һуңғы арала бик көнүҙәк булған туберкулез ауырыуы тураһындағы сығыштарҙы барыһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. Халыҡ файҙалы һәм ябай спорт төрө булараҡ популярлыҡ яулаған скандинав йөрөшө тураһында ла бик күп мәғлүмәт белде.
Яңы Ҡыйышҡы ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары ла тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Мәҙәниәт йорто фойеһында урын алған күргәҙмә халыҡтың бар оҫталығын сағылдырҙы. Ҡул эштәре араһында ниндәй­ҙәре генә юҡ ине! Үтәгән ауылындағы Зорина Йөҙлөк­баева етәкселегендәге “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә йөрөүсе гүзәл заттың ижад емештәре, Гәүһәрә Моталлапова ҡайыған матур таҫтамалдар, Шишмәнән Ринат Айытҡоловтың ағастан яһаған эштәре, Лилиә Осипо­ваның, Фәйрүзә Кәлимуллинаның, Әлфирә Йөҙлөк­баеваның, Рәмзиә Кәримованың һәм башҡаларҙың матурлыҡ өлгөләре һәр кемде һоҡландырҙы. Минифә Батталованың шифалы үләндәрҙән, Эльвира Бикҡолованың миләүшә гөлдәренән торған күргәҙмәләре, Хәлиҙә Фәйзуллинаның сәк-сәк бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе менән дә ихлас танышты сарала ҡатнашыусылар.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне