RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Хәрби намыҫ ҡушыуы буйынса… (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

28.04.2016 Хәрби намыҫ ҡушыуы буйынса… (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Хәрби намыҫ ҡушыуы буйынса… (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)Ҡурҡыныс һәләкәт эҙемтәһен бөтөрөүҙә Әбйәлил районынан ун бишләп кеше ҡатнаша

Бынан теүәл 30 йыл элек Чернобыль АЭС-ында авария булыуын һәр кем белә. Атом электр станцияһы шартлау сәбәпле, беҙҙең райондан да ун бишләп кеше һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә яр­ҙам итеү өсөн ебәрелә. Минең үтенесем буйынса, үҙҙәренең хәтирәләре менән Әбйәлил районының Асҡар ауылынан өлкән сержант Салауат Исмәғил улы Дәминдәров уртаҡлашты.


1986 йылда иң тәүгеләрҙән булып рядовойҙар Таңғатар Әлим­ғужин, Фәрит Кәримов, Хәмит Нот­фуллин, Миңлейәр Хәмитов ебәрелә. 1988 йылда Салауат Дәминдәров, Рәйес Мәсәлимов, Миҙхәт Кә­римов, Мәүлит Ҡолмөхәмәтов, Рәсүл Низамет­динов, Рәхимйән Сәйәхов, Вилдан Халиҡов, Тәлғәт Шәкиров, Айрат Шәмсетдинов, Булат Яныбаев Украинаға оҙатыла.
17 ғинуарҙа медкомиссия үткәндән һуң, ун кешене запастағы хәрбиҙәрҙе йыйылыу пунктына Өфөгә оҙаталар. Бында килгәнсе ниндәй бурыс йөкмәтеүҙәрен белмәйҙәр. Йыйылыу пунктында Башҡорто­с­тан­­дың хәрби комиссары Чер­нобыль атом электр станцияһында шартлау булғанын һәм уны зарар­һыҙландырыуҙа егеттәр­ҙең ярҙамы кәрәклеген белдерә.
… Бер айлыҡ курсты Тоцк хәрби лагерында үткәндән һуң, егеттәрҙе химик-дегазаторщиктар һәм химия разведчиктары курстарында уҡыталар. Курстарҙы бөткәндән һуң улар­ҙы ЧАЭС-тың төрлө яғына ебәрәләр.
– Беҙ Прикарпатский хәрби округының Житомир өлкәһендәге Яңы Ратуша ауылына барып урынлаштыҡ. Унан 70 саҡрым алыҫлыҡта ЧАЭС урынлашҡайны. Палаткалы ҡаласыҡта йәшәнек, – тип хәтерләй Салауат Исмәғил улы. – Иртәнге сәғәт алтыла торабыҙ, иртәнге аштан һуң машиналарҙа 30 саҡрымға тиклем ағыуланыу зо­наһына хәрби частар һәм милиция постары торған ергә тиклем килгәс, икенсе машиналарға тейәлеп (ә улар зонанан сыҡмай ине), станцияға тиклем бара инек. Санпропускник аша үткәс, кейем алмаштырып, йәғни эш кейемдәрен кейеп, һәр беребеҙ ручка-дозиметр алып, түш кеҫәбеҙгә нығытҡас, эшкә тотонабыҙ. Һәр саҡ битлектә йөрөйбөҙ, төҙөлөп бөтмәгән 5 – 6-сы блокта дегазация, дезактивация эштәрен үткәрәбеҙ.
Зарарланыу кимәлен билдәләгәс, зарарланған ҡорамалдарҙы, сүп-сарҙы махсус крандар менән махсус тәғәйенләнгән маши­налар­ҙа әҙерләнгән соҡорҙарға (могильник) күмәбеҙ.
Көнөнә 1,5 – 2 сәғәт зарарлы территорияла булырға тура килде.
Эш сәғәтенән һуң, ручка-дозиметрҙан алып, радиация дозаһын яҙып барҙылар.
Чернобыль һәм Припять ҡалаларына командировкаларға ла йөрөнөк.
Билдәле бер нормала нурланыш дозаһын алғандан һуң, Әбйәлил егеттәренә, 5 – 6 айҙан хеҙмәттәрен тамамлап, тыуған яҡҡа ҡайтыу бәхете тейә. Ҡайтҡас, Салауат Исмәғил улы автомеханик булып эшләй, ете йыл ПУ – 61-се часында янғын һүндереү ҡарауыл начальнигы була. Әлеге көндә – хаҡлы ялда. Асҡар ПУЖКХ-һынан насос станцияһы операторы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Ҡатыны Дилә Әхмәҙулла ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп, үҙ аллы тормош юлына баҫтырғандар. Әлеге көндә олатай-өләсәй булып, ике ейән, өс ейәнсәргә күңел наҙы, йән йылыһы бүлешеп матур донъя көтәләр.
Районға ҡайтҡас, ликви­даторҙар­ға компенсация түләнә. Пенсияға 55 йәштән сығыу мөмкинлеге лә бирелә. Ҡайһы берҙәренә санаторийҙарға барыу өсөн путевкалар ҙа бүленә. 2011 йылдан торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат та бирелә башлаған. Салауат Ис­мәғил улы күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, матур хыялдар менән йәшәүен дауам итә.
Артыҡ нурланыш алыу сәбәпле, беҙҙең райондан Чернобылдәге шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙан ете кеше был яҡты донъяла юҡ инде. Нурланыш алыу уларҙың һаулығына зыян килтергән.
Ваҡыт – дауа, тиҙәр…
Тик үлгәндәрҙе генә кире ҡайтарып булмай. Әленән-әле был ва­ҡиға иҫкә төшөп, әҙәм күңелдәрен ҡанатып тороуын онотоп булһасы...







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне