RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шартлаған 4-се энергоблоктың өҫтөнә ышыҡ ҡорорға хәл ителә... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

20.04.2016 Шартлаған 4-се энергоблоктың өҫтөнә ышыҡ ҡорорға хәл ителә... (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Шартлаған 4-се энергоблоктың өҫтөнә ышыҡ ҡорорға хәл ителә...  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)26 апрелгә ҡараған төндә юҡҡа сыҡҡан реакторҙың емереклектәре ҡот осҡос радиация бүлеп сығара, төптә ағыулы графит яна һәм төтөн менән бергә радиоактив матдәләр тарала. Тәүҙә вертолеттар ярҙамында ҡом, ҡурғаш, доломит ташлап ҡарайҙа, ләкин бының әллә ни файҙаһы булмай. Блок өҫтөнән ышыҡ - “Укрытие” объекты төҙөү ҡарар ҡабул ителә. Тапҡыр телелләр был ҡоролманы шунда уҡ саркофаг тип атай.
“Укрытие” объектын төҙөү 1986 йылдың 30 ноябрендә тамамлана. Уны ҡороуға 400 мең кубометр бетон иҙелмәһе, 7000 тонна металл конструкцияһы китә. 90 мең кеше эшләй һәм улар саркофагты 206 көн эсендә төҙөй.

Тәүҙә емереклектәр янындағы сәнәғәт майҙасығы таҙартыла. Бында алыҫтан идара ителгән бульдозерҙар, ИМР инженер юл һалыу машиналары файҙаланыла. Улар ярҙамында радиоактив графит, ядро яғыулығы, зарарланған тимер, бетон бер яҡ ситкә йыйыла һәм контейнерҙарға тултырылып, реактор бинаһы аҫтына күсерелә.
Майҙансыҡҡа метр ярым ҡалынлығында ҡырсынташ, бетон, ҡом ҡатламы түшәйҙәр. Ләкин был радиацияны кәметмәй, машиналар саң һәм уның менән бергә радионуклидтар болотон күтәрә. Аҙаҡтан һалдаттар бетон плитәләр түшәп, йөйҙәрен ҡаплағас ҡына радиация кәмей.
Май айында конструкторҙар саркофаг проекттарын төҙөй. Блокты төньяҡтан һәм көнсығыштан ҡапларға кәрәк. Бынан тыш, көньяҡ тарафтан машиналар залы урынлашһа ла, 4-се блокка терәлгән ҡыйығы харабаларға әйләнгән, уны ла ҡапларға кәрәк. Эштәрҙе ғәйәт ҡатмарлы шарттарҙа – ҡаты радиация аҫтында башҡарырға, терәк деталдәрҙе янғындан, шартлауҙан емерелгән ышанысһыҙ конструкцияларға һалып нығытырға кәрәк.
Бер ай эсендә йәмғеһе 18 вариант төҙөлә һәм иң ҡулайлыһы табыла. Төҙөүселәр тәүҙә 3-сө блокты 4-сеһенән бүлгән стена ҡора. Төньяҡтан иһә 12-әр метр бейеклегендәге баҫҡыстары булған пионер стенаһы төҙөлә. Тимер опалубка эсенә зарарланған ауыр ИМР тягачтары теҙелеп ҡуйыла һәм өҫтәренә бетон ҡойола. – улар үҙенсәлекле арматураға әйләнә. Баҫҡыс әҙер булғас, уның ышығы аҫтында икенсеһен ҡорғандар. Һөҙөмтәлә реакторҙан һибелгән ҡалдыҡтар ҡаплана.
Ә бына саркофагтың көнбайышында контрфорслы стена ҡорола. Уның өлөштәре металдан яһалған һәм дөйөм ауырлығы 1000 тонан тәшкил итә.
Ҡыйыҡ яһар өсөн “Демаг” крандары 60 метр бейеклектә “Мамонт” балкаһын ҡуя. Уның ауырлығы 165 тоннаға барып еткән. “Мамонт” өҫтөнә эсенә бетон тултырылған ҙур диаметрлы 27 торба һалына. Машиналар залы яғынан ян-яҡтан “клюшкалар” - Г хәрефе һымаҡ элементтар ҡуйыла. Эштәр бөткәс, ҡыйыҡҡа тимер түшәлә.
Иҫәпләүҙәр буйынса саркофаг 20-30 йыл тоторға, 6 балға тиклем еткән ер тетрәүенә сыҙарға, дауылдарға бирешмәҫкә тейеш. Ләкин аҫта ҡалған һәм объект терәлеп торған емерек блоктың стеналары һәм таяуҙарының хәле әлегәсә билдәһеҙ. Радиоактив матдәле графит һәм ядро яғыулығы һаман да реакцияға инә, йылылыҡ бүлеп сығара. Әгәр ҙә саркофаг өлөштәре емерелә-нитә ҡалһа, зарарлы саң күтәрелеп, бар ерҙе тағы ла бысратасаҡ. Ул ҡатнашмаларҙың янып китеү ҡурҡынысы ла бар. Реакторҙың “Еленаһы” ла ҙур хәүеф тыуҙыра. Шартлау мәлендә өҫкө ҡапҡас – 2 мең тонна ауырлыҡлы “Е” сборкаһы өҫкә оса һәм кәйелеп кире реактор өҫтөнә ятҡан. Аҫҡы ҡапҡас тәре һымаҡ нигеҙҙе емереп, 4 метрға түбәнгә шылған. Реактор нигеҙендә бетон иретмәһе ядро яғыулығы, графит менән ҡушылып, шарлауыҡ булып аҫҡы бүлмәләргә аҡҡан. Уларҙы “фил аяғы“ - “слоновья нога” тип атайҙар.
Ошо хәүефте күҙаллаған ғалимдар 1986 йылдан бирле күҙәтеүҙәр яһай. Саркофаг аҫтында датчиктар ҡуйылған, улар температура, радиация фонын һәм башҡа параметрҙарҙы үлсәй. Ҡоролма өлөштәре нығытыла, торошо күҙәтелә. “Яңы арка” проекты нигеҙендә әлеге ваҡытта “Укрытие” объектын нығытыу, яйлап уны һүтеү башланды.

Шартлаған 4-се энергоблоктың өҫтөнә ышыҡ ҡорорға хәл ителә...  (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Оҡшаш яңылыҡтар

Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән

Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне