RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күгиҙелдә "Моңдар ҡайтһын ауылға" концерты үтте.

19.04.2016 Күгиҙелдә "Моңдар ҡайтһын ауылға" концерты үтте.

Күгиҙелдә "Моңдар ҡайтһын ауылға"  концерты үтте.Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы клубында район буйынса барған концерт-эстафетаны дауам итеп, Васил Сирусин етәкселегендәге 10 округ "Моңдар ҡайтһын ауылға" тип исемләнгән сығышы менән Ирәндек һәм Йәштәр урамдарында йәшәүселәрҙе йыйҙы.
Концертҡа халыҡ һуңламай йыйылды. Был матур традицияға әйләнде лә инде.
Беҙҙең Ирәндек округы
Ауылда иң матурҙыр.
Йәшәй унда эшкә уңған,
Йыр бейеүгә маһирҙар.
Ирәндектә йәшәйҙәр
Дәтле йәштәр, ололар.
Сыр - сыу килеп уйнап йөрөй
Донъя йәме балалар.
Ауыл йәмен һаҡлайыҡ,
Эшләп йырлап йәшәйек.
Был ғүмерҙәр ике килмәй.
Ҡәҙерҙәрен беләйек!-
тигән матур йыр менән асып ебәрҙеләр кисәне.
Сығыштары бик матур, күңелле үтте. Мин кеше алдына сығырға оялам,- тип, күптәр тарафынан бирелгән һәләттәрен өйҙә генә йәшереп ятҡан ауылдаштарыбыҙҙа сәхнәгә сыҡты.
Йәш килендәрҙең урта йәштәге еңгәйҙәр менән берлектә башҡарған дәртле бейеүҙәрен дә халыҡ көслә алҡыштар менән оҙатты. Урамыбыҙҙың гармунсылары Әхәт Урмантаев, Васил Сирусин, Данил Сирусин, Ишдәүләт һәм Вилдан Ғүмәровтар, Илфат Сирусин, Нур Ғүмәров гармунда өҙҙөрөп уйнаны. Илдус Мәһәҙиев үҙенең дәртле көйҙәрен синтезаторҙа яңғыратһа, Сәриә һәм Нияз Аҫылбаевтар гитарала уйнап, йырлап күңел асты. Сания Манапова, Рәсимә Йәньюлдашева, Зәлифә Урмантаева, Зилә Сирусина, Алсу Сирусина, Мәүлиҙә Әбйәлилова, Миңзәлә Яналина лирик бейеү башҡарҙы. Дамира Сакина, Гөлнур Юлаева, Илфат Сирусин, Вилдан һәм Инсаф Ғүмәровтар,Миңнур Рәхмәтуллина, Мирғәсим Әхмәҙиев, Айнур Харисов, Ләлә Аҫылбаева моңло тауыштары менән тамашасы күңелен яуланы. Баймаҡ ҡалаһынан килгән күстәнәс бейеүҙе Лилиә Марат ҡыҙы башҡарҙы. Рус ҡыҙҙары бейеүен Лилиә Искакова бейене, Риф ағай Суфиянов башҡорт егеттәре бейеүен йәшлек дәрте менән башҡарҙы. Йәштәр һәм ололар берлегендәге коллектив бейеү менән сәхнәнән төшмәнеләр. Йыр - бейеүҙе, уйын - көлкөне ауылдаштарыбыҙ көслө алҡыштарға күмде.
Матур сара халыҡ дәррәү алҡышлаған. Һәр урам халҡы концерт аҙағында эстафетаны ойоштороусы, клуб мөдире Азамат Нарынбаевҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Тормош юлдашы Альбина Нарынбаева ла барлыҡ сарала ихлас ҡатнаша, музыкаль яҡтан биҙәүҙә ярҙам итә.
Күгиҙелдә "Моңдар ҡайтһын ауылға"  концерты үтте.
Күгиҙелдә "Моңдар ҡайтһын ауылға"  концерты үтте.
Юлия Билалова










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне