RSS-подписка facebook Вконтакте Вконтакте
» » Радиация нимә ул? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

15.04.2016 Радиация нимә ул? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)

Радиация нимә ул? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)Бөгөн радиацияның кеше организмына тәҫьире тураһында һөйләшәйек.
Дөйөм әйткәндә радиация тип матдәләрҙе ионлаштырыусы күҙгә күренмәгән нурҙарҙы әйтәләр. Нур ағымдары менән фотондар, элементар өлөшсәләр, атомдарҙың бүленеү ярсыҡтары күсә. Күренгән яҡтылыҡ, ультрамиләүшә һәм инфраҡыҙыл нурланыш радиацияға инмәй.
Ионлаштырыусы нурланыштың ике төрө була:
- ҡыҫҡа тулҡынлы электр магнитлы нурланыш (юғары энергиялы фотондар ағымы) – быға рентген нурҙары, гамма-нурланыш инә,
- өлөшсәләр ағымы – быға бета-өлөшсәләр, нейтрондар, элементар өлөшсәләр һәм альфа-өлөшсәләр.
Ионлаштырыусы нурланышты тәбиғи һәм яһалма сығанаҡтар булдыра. Тәбиғине радионкулидтарҙың радиоактив таралыуы, Ҡояштағы термоядро реакциялары, йыһан нурҙары инһә, яһалмаһына иһә ядро реакторҙары, рентген аппараттары, циклотрон,синхрофазатрон, синхротрон кеүек элементар өлөшсәләрҙең ускорителдәре инә.

Кешегә зыяны
Ионлаштырыусы нурҙар кеше һәм башҡа организмдар, үҫемлектәр өсөн бик зыянлы. Улар күҙәнәктәрҙә ирекле радикалдар барлыҡҡа килтерә. Ҙур күләмдәге радиация кешелә нур ауырыуы – лучевая болезнь яһай. генетик яҡтан мутациялар барлыҡҡа килә.
Кешеләр күбеһенсә үҙ тормошонда флюорография үткәндә - медицинала ҡулланылған рентген нурҙары менән осраша. Унда тикшеренгәндә артыҡ доза бирелмәй, оператор махсус һаҡланған бүләмәнән идара итә.
Ә бына Чернобылдә кешеләр атом реакторы шартлағандан һуң актив зонанан сығарып ташланған радиоактив графит, ядро яғыулығы, реактор янғандан күтәрелгән радиоактив өлөшсәләре булған төтөн, зарарланған саң менән осрашҡан. Блок янындағы эштәрҙән һуң графит һәм яғыулыҡ бер урынға йыйылған. Ә бына төтөн һәм саң менән таралған радиоактив өлөшсәләр бар ерҙе зарарлаған. Иң мәкерлеһе шул булып тора инде.
Радиоактив альфа, бета, гамма нурҙарҙан һаҡланыу юлдары ла бар. Уның өсөн ҡурғаштан, кирбестән, бетондан эшләнгән ышыҡланыу ҡулланыла. Улар ҡалыныраҡ булған һайын яҡшыраҡ.

Чернобыль буйынса фотоларҙы ҡарағанда бер урында тупланған техниканы йыш күрергә мөмкин. Уларҙы “могильник” тип атайҙар, рәсми рәүештә “отстойник зараженной техники” тип атала. Рәт-рәт менән янғын һүндереү, ябай йөк машиналары,автобустар, еңел автомобилдәр, хәрби техника, тракторҙар теҙелгән. Ара-тирә вертолеттар ҙа күренә.
Техника тимере радиацияны туплай, һеңдерә. Уны һепереп, йыуып бөтөрөп булмай. Машинанын кабина тимере иплап кена бета, гамма нурланыш бирә, уны дозиметр ғына күрә. Кеше белмәй шул машинаға ултырып йөрөһә тиҙ генә яман шешкә - рак ауырыуына бирешә, һаулығы ҡаҡшай.

Яман шеш ауырыуы ниҙән барлыҡҡа килә?
Яман шеш - рак ауырыуы ул күҙәнәктәрҙең "боҙолоуынан" килә. Кеше организмында һәр секунд һайын күҙәнәктәрҙәге генетик мәғлүмәтте һаҡлаған хромосомалар ике миллион тапҡыр үҙгәреп тора. Ләкин был үҙгәрештәр тиҙ генә күҙәнәктәр эсендә төҙәтелә.
Ҡайһы бер күҙәнәктәрҙәге хромосома "авариялары" төҙәлмәһә, уларҙы иммун системаһы юҡҡа сығара. Лимфоциттар уларҙы табып ала ла һәм Т-киллер тигәндәре үлтерә.

Рак ауырыуы нимәнән барлыҡҡа килә? Ҡайһы берендә лимфоциттарҙың "башкиҫәрҙәр"е - Т-киллерҙар хромосомаһы боҙолған күҙәнәкте күрмәй. Ә ниңә күрмәй - медицина быны асмаған.

Т-киллерҙан ҡасып ҡотолған боҙоҡ күҙәнәк үҫешә башлай, яҡын-тирәләге туҡымаларҙы емерә, үҙгәрә башлай. Боҙоҡ күҙәнәкте организм яҡшы күҙәнәк тип иҫәпләүе яман шеште - ракты сығара инде.

Рак үҙәгендә боҙолған генлы күҙәнәктәр икенсе органдарға тарала - метастазалар барлыҡҡа килә.

Радиация, атап әйткәндә ионлаштырыусы альфа-бета-гамма нурҙар күп күҙәнәктәр бүленгән урындарҙы - ирҙәрҙең күкәйҙәрендәге сперматозоид эшләүсе органдарҙы/ ҡатын-ҡыҙҙың күкәйлектәрен, простата биҙен, һөйәк эсендәге ҡан мейеһендәге күҙәнәктәрҙе вис генетик яҡтан емерә, хромосомаларын үҙгәртә. Бер юлы иммун системаһы юҡҡа сыға - тимәк ракка ҡаршы көрәшеп булмай. Радиацияға эләккәндәр тиҙ генә импотенцияға, фригидлыҡҡа, аҡ ҡанлылыҡ - лейкозға бирешә.

Радиация нимә ул? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Радиация нимә ул? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Радиация нимә ул? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Радиация нимә ул? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Радиация нимә ул? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)
Радиация нимә ул? (Чернобыль АЭС-ындағы фажиғәгә - 30 йыл)







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне